ҠӨРЬӘН АЯТТАРЫ... СИРҘӘН ҺАУЫҠТЫРА
Американың Флорида штаты Панама ҡалаһының «Әҡбәр» клиникаһында эшләүсе Әхмәт Әл-Ҡаҙий исемле мосолман ғалим эске көсөргәнеш кисереү арҡаһында психикаһы ҡаҡшаған кешеләргә, йөрәк өйәнәге һәм башҡа ауырыуҙар менән яфаланыусыларға Ҡөрьән аяттарын көйләп уҡыуҙың шифалы йоғонтоһо буйынса махсус тикшеренеүҙәр үткәргән.
Тикшеренеүҙәр өсөн ғалим Ҡөрьән һәм ғәрәп теле тураһында бер нимә лә белмәгән ауырыуҙарҙы һайлап ала. Уларға тәүҙә Ҡөрьәндең ғәрәпсә тексын уҡыйҙар ҙа һуңынан йөкмәткеһе ниҙән ғибәрәт булыуын инглизсә аңлаталар. Ҡөрьән аяттарының ауырыуҙарға тәьҫирен иң камил заманса приборҙар һәм компьютерҙар теркәп бара. Бер йыл буйы үткәрелгән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһен ғалим 1984 йылдың авгусында Төньяҡ Америка медицина конгресында уҡып ишеттерә. Һөҙөмтә шаҡ ҡатырғыс була. Ҡөрьән аяттарын тыңлаған психик ауырыуҙарҙың 97 проценты һауыға. Аяттарҙы тыңлағанда уларҙың организмында барған үҙгәрештәрҙе махсус приборҙар теркәй.
Унда, аяттарҙы тыңлаусы ауырыуҙарҙың йөрәк эшмәкәрлеге, температураһы, хатта тән тиреһенең дә яҡшырыуы теркәлгән. Конгреста тәҡдим ителгән был материалдар медицина ғалимдарында, йәмәғәтселек һәм киң мәғлүмәт сараларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Бер аҙҙан Нидерландта йәшәүсе психолог профессор Ван дер Ховен да Ҡөрьәндең шифалы тәьҫирен фәнни яҡтан раҫлай.
Иң ҡыҙығы, Ван дер Ховен үҙе мосолман түгел, ул Ҡөрьән һәм ислам дине менән фәнни күҙлектән сығып ҡына ҡыҙыҡһына. Ул «Аллаһ» һүҙен ҡабатлауҙың (мәҫәлән, «Аллаһу әкбәр», «сүбхәнә-Ллаһ» һәм башҡа шундай зикерҙәр әйтеүҙең) һәм Ҡөрьәнде уҡыуҙың һаулыҡҡа файҙалы булыуын үҙ тәжрибәһенән сығып, йәғни өс йыл буйы ҙур төркөм пациенттарына үткәргән тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәһе менән иҫбатлай. Ул да мосолман булмаған һәм ғәрәп телен белмәгән ауырыуҙарҙы дауалағас, уларға «Аллаһ» һүҙен ғәрәп теле фонетикаһы нормаларына ярашлы дөрөҫ итеп әйтергә өйрәтә. Һөҙөмтәлә нервылар көсөргәнешлегенән психик ауырыуға дусар булған, ҡайғы-хәсрәттән арына алмай, тормоштан төңөлгән һәм башҡа ауырыуҙарға һабышҡан сирлеләр шап-шаҡтай булып һауыға.
«Әл-Ватан» һәм «Катари әр-райя» гәзиттәрендә был психологтың «Ҡөрьәнде даими уҡыған, ғәрәп теленең яңғырашын дөрөҫ әйтергә һәләтле мосолмандар «Аллаһ» һүҙен ҡабатлауҙан ғына ла төрлө нервы ауырыуҙарынан, психикаһы ҡаҡшауҙан һаҡлана» тигән һүҙҙәрен яҙып сыға. Психологтың раҫлауынса, хатта «Аллаһ» тигән һүҙҙәге һәр хәреф психикаһы ҡаҡшап, аҡылына зәғиф килгән кешеләрҙе һауыҡтырыуҙа мөһим роль уйнай икән. Мәҫәлән, профессор, «Аллаһ» һүҙендәге яңғырауыҡлы тәүге «әлиф» өнө һулыш алыуҙы контролдә тота һәм тын юлы эшмәкәрлеген көйләй; ғәрәпсә яңғыраш алған «л» хәрефе иһә һулыш сығарыуын еңеләйтә, ә һуңғы «һ» хәрефе йөрәк менән үпкә бәйләнешен яҡшыртып, йөрәк ҡағышын контролдә тота, ти.
Бөйөк Аллаһты иҫкә төшөргәндә зиһенеңдең яҡтырыуын тоймайһыңмы ни? Был тойғонан кешенең булмышы бөтөн тереклекте булдырыусы һәм барса тереклек өҫтөнән хакимлыҡ итеүсе бөйөк Илаһтың, кешегә йән биргәндә уның йәненә, тәненә һәм аҡылына ғәжәйеп нескә булып үрелгән Аллаһ васыяттары ғилемен тыумыштан белеп, улар артынан барырға ынтылырға кәрәклеге хаҡындағы мәғлүмәтен һеңдереп ҡала.
Дөйөм алғанда, ғәрәп һүҙҙәрендәге теләһә ҡайһы яңғырауыҡлы өндәр билдәле бер йүнәлештә таралып китерлек тирбәлеүгә һәләтле. Ул оҙайлы ғына яңғырап китеү һәләтенә һәм кешегә бөтөн яҡтан тәьҫир итеү көсөнә эйә булыуы менән ғалимдарҙы таң ҡалдыра.
Мәҫәлән, «ғәйн» һәм «ғайн» хәрефтәренең өндәре рус һәм башҡа бик күп телдәрҙә осрамай. Тимәк, ғәрәпсә дөрөҫ итеп әйтә белгәндә генә был өндәрҙең тәьҫир итеүенә өлгәшергә мөмкин. Бәлки, Ҡөрьәндең бөйөклөгөнөң һәм үҙенә ылыҡтырғыс көсөнөң сере лә шундалыр.
Сүрәләрҙе көйләп уҡыу ҙа ҡаҡшаған нервылар системаһын һауыҡтырыуҙа ыңғай йоғонто яһай. Шулай итеп, бөгөн Ҡөрьән ярҙамында йөрәк өйәнәгенән башҡа тағы бик күп ауырыуҙарҙы дауаларға мөмкин булыуы бөтөн донъяла билдәлелек алды.
"Ваҡыт!" гәзитенән.