#ислам #башҡорт ТЕЛ БӘЛӘҺЕ (Ризаитдин Фәхретдин) "Ҡиәмәт көнөндә гонаһы иң күп булған кеше – донъялағы ваҡытында әһәмиәтһеҙ һүҙҙе иң күп һөйләгән кеше" (хәҙис). Теле тарафынан әҙәм балаһына киләсәк ҡурҡыныстар бик оло булғанлыҡтан, Аллаһ рәсүле ﷺ мөмкин тиклем телде тыйыу хаҡында өммәтен өгөтләй һәм юҡ-бар һүҙ менән ғүмер үткәрмәҫкә нәсихәт итә. Телде иркен ебәреү – ялған һәм хата, ғәйбәт һәм яла, күҙ буяу һәм ике йөҙлөлөк, фәхешлек һәм эскерлелек, талашыу һәм йөҙәтеү, боҙоҡлоҡ һәм ыҙалыҡ кеүек афәттәргә сәбәп икәнлеге билдәле. Шуның өсөн: "Өндәшмәгән – ҡотолған", – тиелә. Ләкин, телде һаҡлайым тип, бөтөнләй тик тороу ҙа тейешле түгел. Һүҙҙе иһә ошо дүрт төргә айырырға мөмкин: 1) тулыһынса зарар; 2) тулыһынса файҙа; 3) зарар ҙа, файҙа ла бар; 4) береһе лә юҡ. Быларҙың беренсеһендә мотлаҡ шым ҡалыу тейешле. Икенсеһендә һөйләү лазым. Өсөнсөһө өҫтөнлөклө яҡҡа ҡарап йөрөй: зарар яғы өҫтөн йәки тигеҙ булһа – һөйләмәҫкә, файҙа яғы өҫтөн булһа – һөйләргә кәрәк. Дүртенсеһендә өндәшмәү лазым. Сөнки файҙа ла, зарар ҙа юҡ нәмә менән шөғөлләнеү – ваҡытты әрәм итеү ул. Әһәмиәтһеҙ һүҙҙәр менән ваҡыт үткәреүҙең сәбәптәре ошо: 1) кәрәк түгел нәмәләрҙе тикшереү һәм төпсөнөү йәһәтенән ҡомһоҙлоҡ; 2) берәй кешегә дуҫлыҡ күрһәтеү өсөн һүҙ табырға тырышыу; 3) ваҡыт үткәреү һәм башҡа шундай файҙаһыҙ нәмәләр. Аш-һыу мәжлестәрендәге һөйләшеүҙәр күбеһенсә ошо өсөнсө төрҙән. Был афәттән һаҡланыу ниәте менән ҡунаҡҡа йөрөмәгән кешене: "Аш-һыуға йөрөмәй, саҡырыуға яуап бирмәй, туғанлыҡ хаҡын үтәмәй, ғорур һәм тәкәббер булғанлыҡтан, бүтәндәрҙе һанламай", – тип ғәйепләргә, насарлап уйларға ярамай. Телде афәттән һаҡлау өсөн иң еңел юл – мәғәнәһеҙ халыҡтан айырымланыу, уларҙың аш-һыу мәжлестәренә йөрөмәү, иләҫ-миләҫ кешеләр менән ҡатышмау. Тел үҙе кескәй генә булһа ла, әҫәре бик ҙур. Тел сәбәпле оло ваҡиғалар сыға һәм әҙәм балаһының башына дәһшәтле бәләләр килә. Шуның өсөн Аллаһ рәсүле ﷺ телгә хужа булырға һәм үлсәп һөйләргә бойора. Ҡайһы бер ғалимдар: "Бәндә үҙ ауыҙын бикле хазина итмәй тороп, ысын иманға ирешә алмаҫ", – тигән хәҙис риүәйәт иткән. Вәхби: "Нәфсеңде төҙәт һин ошо көнөң үтмәҫ элек, Иртәгә быға булмаҫ, бәлки, һис мөмкинлек". Һығымта: Был хәҙис һәм унан башҡа ла бик күп хәҙистәр Ахирәттә әҙәм балалары үҙҙәренең теле (һәм ҡәләме) өсөн һораласағын һәм күп мәшәҡәт күрәсәген бәйән итә. Үҙ хәлен үҙе тикшермәһә, ошо эштәрҙе белә тороп, үҙ киләсәген ҡайғыртмаһа инде, әҙәм балаһы кемгә үпкәләр ҙә, йәберләнгән булыуын ниндәй дәлилгә таянып дәғүәләр? "Ә Раббың һинең Үҙ ҡолдарын йәберләүсе түгел" (Ҡөрьән, 41:46). "Джәүәмиғ әл-кәлим шәрхе", 76-77-се биттәр. Айгиз хәҙрәт Сафиндың сәхифәһенән.

Теги других блогов: ислам башҡорт