#ислам #башҡорт #тәүхид ШАРЛАТАНДАРҘАН ҺАҠ БУЛ! БисмиЛләәһир-рахмәәнир-рахиим! Иң хәйерле һүҙ – Аллаһ Тәғәлә һүҙе һәм иң хәйерле юл – Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ юлы. Ошо ике асыл менән өммәтебеҙҙең әүәлгеләре тура һәм хаҡ юлда булдылар. Ул ике асыл – кешенең был донъяла ла, Ахирәттә лә уны уңышҡа һәм бәхеткә илтә торған юлы. Кем дә кем ошоларға тотонһа – ул тура юлда булды, ә кем ситләшһә – ул аҙашты һәм хәсрәткә батты. Ширк Кешене Тамуҡҡа илтә торған юлдар күп төрлө. Ошо гонаһтарҙы белеп, шул гонаһтарҙан йыраҡ торорға, Иблес ҡотҡоһона бирелмәй, теш-тырнағыбыҙ менән уға ҡаршы торорға тейешбеҙ. Бер ваҡыт Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Һәләкәткә илтеүсе ете оло гонаһтан һаҡланығыҙ!» - тип әйткән. Кешеләр: «Йә Аллаһ рәсүле, был ниндәй гонаһтар?» - тип һорағандар. Ул: «Ширк (Аллаһҡа тиңдәш тотоу), сихыр, кеше үлтереү, риба, етемдәр өлөшөнә кереү, һуғыш ҡырынан ҡасыу, хаҡһыҙға намыҫлы ҡатын-ҡыҙҙы зиналыҡта ғәйепләү», - тине (Бохари хәҙистәр йыйынтығынан). Күренеүенсә, ширк иң оло ете гонаһ араһында иң тәүҙә телгә алына, һәм Иблес ошо гонаһты ҡылдырыуҙа айырыуса тырышлыҡ ҡыла һәм кешеләрҙе күпләп үҙ артынан эйәртә. Шулай итеп, иң тәүҙә, нимә ул ширк? Ширк – бөтә булған гонаһтарҙың иң олоһо. Был гонаһ Аллаһ тарафынан һис тә ғәфү ителмәй. Әгәр ҙә кеше ваҡытында тәүбәгә килмәй, ошо гонаһта үлеп китә икән, ул Йәһәннәм ғазабында мәңгелеккә ҡалыуға дусар ителә (Аллаһ һаҡлаһын!). Был турала Ҡөрьән аяттарында бик күп тапҡырҙар әйтелгән. Ширк ике төргә бүленә – оло ширк һәм кесе ширк. Оло ширк – Аллаһ Тәғәләнән тыш ниндәй ҙә булһа затты йә әйберҙе асыҡтан-асыҡ табыныуға лайыҡлы тип таныу. Был гонаһ кешене ислам диненән сығара. Кесе ширк, Аллаһтан башҡа илаһ бар тип асыҡтан-асыҡ табыныу булмау сәбәпле, кешене Исламдан сығармай. Кесе ширкҡа төрлө бетеүҙәр тағыу, ниндәйҙер берәй үлгән кешенең Аллаһ менән тере кеше араһында аралашсы булып тороуына ышаныу, төрлө ырымдарға һәм хөрәфәттәргә ышаныуҙар инә. Кесе ширк кешене Исламдан сығармаған хәлдә лә, ул иң оло гонаһтан һанала. Кесе ширк ҡылыусыны, ул белмәгән йә хәбәрҙар булмаған осраҡтарҙа ғына, Аллаһтың ғәфү итеүе мөмкин.Ҡөрьәндең бит төп принцибы – «Лә иләһә илләЛлаһ», йәғни «Аллаһтан башҡа илаһ юҡ». Был фраза Ҡөрьәндең күп аяттарында телгә алына һәм имандың төп шарты булып тора. Аллаһ Тәғәлә гонаһтарҙан Үҙе теләгәнен ярлыҡар, тик күп илаһлыҡты бер ваҡытта ла ғәфү итмәйәсәген бик ныҡ киҫәтеп әйтте: «Аллаһ Тәғәлә Үҙенә тиңдәш тотоуҙы (ширкты) ғәфү итмәй, әммә унан бәләкәйерәк гонаһтарҙы теләгән кешеһенә ғәфү итә. Аллаһҡа тиңдәш тотҡан кеше – оло ялған уйлап сығарыусы ул» (Ҡөрьән, «Ҡатындар» сүрәһе, 4:48). Был юлдарҙы уҡып, ҡайһы берәүҙәр: «Бының беҙгә ни ҡыҫылышы бар, беҙ бит бер Аллаһҡа ғына ышанабыҙ», - тип әйтер. Ғәфү итегеҙ, йәмәғәт, быларҙың беҙгә туранан-тура ҡыҫылышы бар. Ислам осорона тиклем йәшәгән һәм Ҡөрьән-Кәримдә телгә алынған, Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ ҡаршы көрәш алып барған мөшриктәр (ширк ҡылыусылар) менән беҙҙең уртаҡлыҡтарыбыҙ бихисап. Былар беҙҙең динебеҙҙә, ғибәҙәттәребеҙҙә асыҡтан-асыҡ сағыла. Әйтәйек, диндәге төрлө бидәғәт ғәмәлдәргә (дингә индерелгән яңылыҡтарға) һуҡырҙарса эйәреү, муйынға бетеүҙәр, күҙ тейеүҙән һаҡлай торған таштар аҫыу, ҡулдарға ептәр бәйләү, ниндәй ҙә булһа йәнһеҙ предмет (мәҫәлән, ишек төбөнә беркетелгән ат дағаһы, кәртә-ҡураға ҡатылған салғы һәм башҡаһы) бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай тип ышаныуҙар, бүтән төрлө шик-шөһбәләргә, ырымдарға мөккибән китеп ышаныу, үлгән кешеләр аша Аллаһҡа мөрәжәғәт итеү һ.б. Һуңғы ваҡытта ислам динен тарҡатыуға булышлыҡ иткән фирҡәләр әүҙемлек күрһәтә башланы. Улар үҙҙәрен хаҡ мосолманға һанайҙар, ҡыҙғаныс, уларҙың лидерҙары булып ҡай саҡ хатта мәсет имамдары тора, һәм улар халыҡты Иблес юлына төшөрөүгә булышлыҡ итәләр. Үҙҙәрендә генә түгел, башҡа ауыл, райондарҙа үҙҙәренең эшмәкәрлеген йәйелдерергә маташалар. Уларҙың «эше» шунан ғибәрәт: төрлө ерҙәрҙә элек булмаған әүлиә зыяраттарын асыу, йәғни, «шул-шул ерҙә әүлиә ята» тип халыҡты ышандырырға тырышалар һәм маҡсаттарына ирешәләр ҙә. Мәҫәлән, Иҫке Монасипта ике әүлиә зыяратын асып ҡайттылар. Ғәҙелгәрәйҙә лә шул уҡ хәл. Алдағы йылда тағы ла әүлиәләр табып бирәбеҙ, тип монасиптарҙы «ҡыуандырып» ҡайтып киттеләр. Йә Аллаһ, хайран ҡалырлыҡ! Халыҡ хәтеренең дә шул тиклем ҡыҫҡа булыуын әйт, әгәр ҙә шул ерҙә бынан ике йөҙ йыл элек был донъяға килеп киткән әүлиәләр ятһа, быуындан-быуынға күсеп улар тураһында берәй булһа ла хәтирә һаҡланыр ине. Хәйер, берәй хәтирәнең булыуы ла уның ҡәберенең тап ошо ерҙә ятыуын аңлатмай бит әле. Ә булмаған әүлиә ҡәберҙәрен уларҙың традицион булмаған юлдар менән «эҙләп табыуҙары» – бөтөнләй икенсе тема. Әйткәндәй, беҙҙә әүлиә ята тигән ерҙәрендә 30 сантиметр самаһы ғына тупраҡ ҡатламы, тупраҡтан һуң ҡая-таш башлана. Шул ерҙе уратып бағана ултыртҡанда ҡатнашҡандар моғайын иғтибар иткәндәрҙер, тимер ломдар ҡаянан ҡаҡлығып торҙо, аптыраған көндән бағаналарҙы терәтеп ҡуйҙылар. Бындай ҡаяны шартлатып та емереп булмай, шунда әүлиә ята тип беҙҙе ышандырырға тырышалар. Ни өсөн бөгөнгө көндә йөҙәр меңләгән мосолмандар Төркөстанға изгеләр (әүлиәләр) ҡәберҙәренә барып, уларҙан бәрәкәт, һаулыҡ һәм башҡаны һорайҙар, Аллаһ өсөн түгел, ә изгеләр өсөн ҡорбан салалар? Ни өсөн меңәрләгән Кавказ мосолмандары үҙҙәренең әллә ҡасан үлгән шәйехтәренең ҡәберҙәренә барып, Ҡиәмәт көнөндә уларҙы үҙҙәренә шәфәғәтсе булыуҙарын һорайҙар? Ошоларҙың башланғысы булып ҡасандыр уларҙа ла, тап әлеге мәлдә беҙҙең яҡтарҙағы кеүек, әүлиәләрҙе изгеләштереү торманымы икән? Әгәр ҙә беҙ бөгөн уларҙың ҡурҡыныс эшмәкәрлегенә бармаҡ аша ҡараһаҡ, етмәһә, уларға һуҡырҙарса эйәрһәк, киләсәктә ни булырын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Тыуған еребеҙ Бөрйән ысын мәғәнәһендә туризм төйәгенә әүереләсәк. Тик ул «туристар» тәбиғәтебеҙҙең гүзәллегенә һоҡланырға тип килмәҫтәр, ә оло гонаһтар ҡылырға, үҙебеҙҙе, беҙҙе булмаһа – балаларыбыҙҙы, балаларыбыҙҙың балаларын шул гонаһҡа батырға мәжбүр итерҙәр. Ҡайһы бер мосолман илдәрендәге кеүек, бында ла шул ҡәберҙәр өҫтөндә «әүлиәләр» өсөн ҡорбан салдырырға, ҡәберҙәрҙе уратып йөрөп, уларса хаж ғәләмәтен үтәргә тейеш булырбыҙ (Аллаһ һаҡлаһын!). Ошондай хата аҙымдарҙан беҙҙе Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡаты киҫәтеп үткән: «Ҡәберҙәрегеҙҙән мәсеттәр яһамағыҙ, ысынында бындай ғибәҙәт ҡылыуҙан мин һеҙҙе тыйҙым», - тигән. Ләкин кешеләрҙең күпселеге ғафил. Аллаһтың аят-киҫәтеүҙәрен дә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткәндәрен дә һанға һуҡмайбыҙ. Иблес ҡотортоуы менән Әҙәм балалары нимәгә генә табынмағандар, хәҙер килеп Ҡөрьәндә бәйән ителгән мөшриктәр кеүек ғибәҙәт ҡыла башланыҡ. Башланыҡ тиеүем бигүк дөрөҫ тә булмаҫ, ошоға тиклем дә үлгән әүлиәләр менән тәбәррүк ҡылыуҙар (уларҙың ҡәбере янына барып, үҙеңә һаулыҡ, бәрәкәт өмөт итеүҙәр) булманы түгел, булды. Шунда барып, ҡурҡып, түбәнселек менән генә өс йә ете тапҡыр әүлиә ҡәберен уратып йөрөүҙәр әле лә бара (әстәғфируЛлаһ!). Ислам дине ҡәберҙәргә зыярат ҡылыуҙы һис тә тыймай, ләкин унда барыуҙың маҡсаты бөтөнләй икенсе булырға тейеш. Рөхсәт ителгән ғәмәлдәрҙе Пәйғәмбәреҙ ﷺ үҙе билдәләп үткән. Мәҫәлән, вафат булған ата-әсәйҙәреңә, туған-ҡәрҙәштәреңә, белгәндәреңә айырым һәм бөтә булған ҡәбер әһелдәренә дөйөм рәүештә, Аллаһтан һорап, доғалар ҡылыу. Былар барыһы ла мәйеттәр өсөн Раббыбыҙға доға ҡылыусы тарафынан изгелек һәм уның үҙенә Ахирәтте иҫкә төшөрөү була. Бына нимә тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Шундай ваҡыттар етер, һәм һеҙ оло фетнәләр күрерһегеҙ, мин һеҙгә үҙемдең сөннәтемә теш-тырнағығыҙ менән йәбешергә васыят итәм. Һәм дингә яңылыҡтар индереүҙән һаҡ булығыҙ. Ысынында улар бидәғәт, ә һәр бидәғәт – аҙашыу, ә аҙашыуҙың ахыры – Ут ғазабы». Беҙҙең өсөн һис файҙаһы булмай торған үлгән кешеләр аша доғалар ҡылыуҙарыбыҙ беҙгә ярҙам итмәҫ. Улар, әүлиәләр, үҙҙәре Аллаһтың ярҙамына мохтаждар. «Әүлиәләр зыяратында доғаларыбыҙ, теләктәребеҙ ҡабул була, ҡайһы бер ауырыуҙар һауыға бит», - тип әйтеүселәргә шуны әйтер инем: «Һеҙ һораған нәмәләрҙе тик Аллаһ бирә, иманға төрлө юлдар менән килеүҙәр ҙә тик Аллаһ ҡулында, һәм Ул беҙҙең имандың камиллығын төрлөсә һынай». Ни өсөн мәңге Тере, бер ваҡытта ла үлмәй торған Раббыңа туранан-тура мөрәжәғәт итмәҫкә? Бер ниндәй аралашсыһыҙ, тик Унан ғына өмөт итеп, тик Унан ғына ҡурҡып. Һин һәм Аллаһ, аулаҡта ғына. Аллаһ менән кеше араһындағы ғибәҙәт сер булырға тейеш – бына ошо була инде иң камил ғибәҙәт! «Раббығыҙға түбәнселек менән һәм йәшерен рәүештә доға ҡылығыҙ. Ысынлап та, Ул сиктән уҙғандарҙы яратмай!» - тип бушҡа ғына әйтелмәгән бит (Ҡөрьән, «Кәртәләр» сүрәһе, 7:55). Ни өсөн намаҙҙарыбыҙҙы ярҙамға саҡырмаҫҡа? Ә бит намаҙҙағы хәлебеҙ Раббыбыҙға иң яҡын мәлебеҙ була! Аллаһ бит кешелеккә золом килтерергә һис тә теләмәй. Ҡылған гонаһтарынан ваҡытында тәүбәгә килгән ҡолдарын Аллаһ һәр ваҡыт ғәфү итергә әҙер: «Әйт: «Эй, Минең үҙҙәренә-үҙҙәре зыян килтергән ҡолдарым! Аллаһтың рәхмәтенән өмөт өҙмәгеҙ! Ысынлап та, Аллаһ гонаһтарҙың барыһын да ғәфү итә! Ул бит Ярлыҡаусы һәм Рәхимле! Һеҙгә ғазап килмәҫтән алда Раббығыҙға тәүбә ҡылығыҙ һәм Уға бирелегеҙ. Һуңынан һеҙгә ярҙам итеүсе булмаҫ. Һәм һеҙ белмәгәндә һеҙгә ҡапыл ғазап килмәҫ борон Раббығыҙҙан һеҙгә иңдерелгән иң гүзәл нәмәгә (Ҡөрьәнгә) эйәрегеҙ!» («Төркөмдәр» сүрәһе, 39:53-55). Ниндәй һөйөнөслө аят был! Ваҡытында тәүбәгә килһәк, ҡылған гонаһтарыбыҙ (белә тороп та ширк ҡылыуҙан башҡаһы, әлбиттә) ҡасан да булһа юйылыр, иншәАллаһ. Ләкин Йәннәткә юл урау-урау булыуы мөмкин, унда ингәнгә тиклем ғазап утында меңәр йылдар янырға мөмкинбеҙ, гонаһтарыбыҙ юйылғансы. Ә шул Йәннәткә туранан-тура инергә мөмкинселек булғанда, ниңә шул форсатты файҙаланмаҫҡа? Бер Аллаһҡа «Лә иләһә илләЛлаһ» тип иман килтереп, биш ваҡыт намаҙҙарыбыҙҙы тергеҙһәк, башҡа фарыз ғәмәлдәрҙе үтәһәк, тыйғандарынан тыйылып, Аллаһ күрһәткән сиктәрҙән сыҡмаһаҡ, әлбиттә, беҙ уңыш ҡаҙаныусыларҙан булырбыҙ. Ислам дине – ул иң саф дин. Шул сафлығында уны һаҡларға, киләсәк быуынға тапшырырға бурыслыбыҙ. Беҙҙең киләсәгебеҙ: «Ата-бабаларыбыҙ ҡәбергә табынғандар бит», - тип әйтерлек булмаһын. «Аш табыны» сүрәһенең 3-сө аятында Аллаһ: «Бына бөгө Мин һеҙҙең өсөн динегеҙҙе теүәлләнем, ниғмәтемде тамамланым. Исламды һеҙгә дин итеп ҡәнәғәтләндем», - тип әйткән. Шулай булғас, ислам диненә бер ниндәй ҙә өҫтәүҙәр, бер ниндәй ҙә яңылыҡтар индереү кәрәкмәй, сөнки Аллаһ беҙҙең өсөн динде Үҙе теүәлләне. Ислам диненә яңылыҡ индереүселәрҙән йыраҡ торорға, һаҡ булырға кәрәк. Әгәр ҙә беҙ уларға эйәрәбеҙ икән, тимәк беҙ Бөйөк Раббыбыҙ индергән ислам диненән риза булмай, шул диндән кәмселек эҙләп, Аллаһҡа тиңдәш тотоусылар рәтендә булырбыҙ, әстәғфируЛлаһ. ◘ Сабит БИКМӘТОВ, "Ваҡыт!"

Теги других блогов: ислам башҡорт тәүхид