#ислам #башҡорт #намаҙ КЕМДӘ НИНДӘЙ СӘБӘП? ❌ «ВАҠЫТЫ ЕТМӘГӘН ӘЛЕ» Кешегә 10 йәш тулыу менән уның намаҙ уҡый башларға мәле етә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ былай тигән: "Балағыҙға ете йәш тулһа, намаҙ уҡырға ҡушығыҙ. Ә инде ун йәше тулып та, намаҙ уҡымаһа, еңелсә генә һуғығыҙ hәм уларҙы айырым йоҡларға һалығыҙ". Йәғни, әгәр улы йә ҡыҙы намаҙ уҡымай киреләнә икән, ата-әсәһе уларға еңелсә генә һуғырға тейеш. Хатта бала кешегә бының өсөн һуғырға ҡушылғас (сөнки был киләсәктә баланың үҙе өсөн хәйерле буласаҡ, әле аңламаһа ла), инде оло кешеләргә намаҙ ҡалдырыуҙың ни тиклем насар икәне үҙҙәренә аңлашылырға тейештер... ❌ «ҠАРТАЙҒАС УҠЫРМЫН» Беренсенән, һин ҡартайырһыңмы һуң? Кем беҙгә, пенсияға тиклем йәшәрһегеҙ, тип гарантия биргән? Ҡасан үлереңде беләһеңме? Уйлап ҡарағыҙ, күпме кешеләр йәшләй көйө үлеп ҡала. Икенсенән, эйе, яҡшы, ҡартлығың намаҙ менән үтер, ти, әммә Аллаһ алдында намаҙһыҙ үткән йәшлегең өсөн ни тип яуап бирерһең? ❌ «ХӘҘЕР ҺУҢ ИНДЕ» Намаҙ уҡырға үлгәс кенә һуң була. Аллаһ Тәғәлә Үҙенең Китабында былай тигән: ✨«Уларҙың берәйһенә үлем килһә, ул: «Раббым, ҡайтар мине, - тиер, – бәлки мин үҙемдең ҡалдырған нәмәмдә изгелек эшләрмен». Юҡ һәм юҡ! Был уның әйткән һүҙҙәре генә! Уларҙың артында улар ҡәберҙән сығарыласаҡ көнгә тиклем ҡорма тора». Йәғни, инде был донъянан киткәндәр, тегендәге хәлдәрҙе күргәс, бик тә кире ҡайтып намаҙҙарын уҡырҙар ине лә. Әммә инде юҡ! Кире ҡайтып булмай... ❌ «МИН ГОНАҺЛЫ» Һәр кеше аҙмы-күпме гонаһ ҡыла. Ә тап намаҙ кешене гонаһ ҡылыуҙан тыя ла инде. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә былай ти: ✨«...Намаҙ тор, намаҙ фәхешлектән һәм ярамаған башҡа эштәрҙән тыя бит...». Шуға ла, әгәр кеше «гонаһтарым күп» ти икән, тимәк, уға гонаһтарын кәметер өсөн айырыуса күберәк намаҙ уҡырға кәрәк. ❌ «МИН ТӘМӘКЕ ТАРТАМ», «ХӘМЕР ЭСӘМ» Тәмәке тартыу гонаһ булһа ла, ул намаҙ уҡыуға кәртә түгел. Тәмәке тартыу – гонаһ, әммә намаҙ уҡымау – тәмәке тартыу гонаhынан күпкә-күпкә ҙурыраҡ гонаһ. Шуға ла тәмәке тартып та намаҙлы булыуың хәйерлерәк (был тәмәке тартыуға саҡырыу түгел – был намаҙ уҡыуға саҡырыу!). Кемдер: «Мин эскене ташлағас ҡына намаҙ уҡый башлармын», - ти. Ә ташламаһаң?.. Һин башла һәм, иншәАллаһ, эскеңде лә ташларһың! Намаҙ уҡый башлағандан һуң тартыуын да, эсеүен дә ташлаған кешеләр күп, әлхәмдүлиЛләһ. Аллаhҡа яҡынайырға теләгән кешегә Раббыбыҙ, һис шикһеҙ, Үҙенең ярҙамын бирә! Ҡайһы бер хәҙрәттәр, тәмәке тартыусыларҙы был насар ғәҙәттәренән арындырыу өсөнмө икән, «тартыу тәһәрәтте боҙа» тиҙәр. Ә тәмәке тартыусыға hәр намаҙ алдынан тәһәрәт алыу ауыр тойола башлай, һәм шуны сәбәп итеп улар, тартыуҙы ташлар урынға, намаҙҙарын ташлайҙар. Ә бит, асылда, тәмәке тәһәрәтте боҙмай. ❌ «МИНЕҢ ХӘТЕРЕМ НАСАР» Хәтере ысынлап та насар булған кешеләр бик һирәк кенә осрай. Ә инде кәрәккәндә генә «хәтерҙәре насарайған» кешеләр – йыш. Ысынында ла хәтере насар булған кеше нимә ашағанын, ҡайҙа барғанын, кемде күргәнен, ни менән шөғөлләнгәнен дә хәтерләмәй. Һеҙ ҙә шундайҙарҙанмы ни? Әгәр ҙә кеше бер нисек тә намаҙҙағы доға-сүрәләрҙе иҫендә ҡалдыра алмай икән, ул намаҙҙы шул доға-сүрәләр яҙылған ҡағыҙға ҡарап булһа ла уҡыһын. ❌ «МИНЕҢ ВАҠЫТЫМ ЮҠ» 24 сәғәттең ғәҙәттә 16 сәғәтен һин уяу үткәрәһең. Бер намаҙҙы уҡыр өсөн һанаулы ғына минуттар талап ителә. Ә-ә, һинең бөтә көнөң һәр минутына тиклем төрлө эштәргә бүленеп яҙылып ҡуйылғанмы? Яҡшы. Тик үҙеңдең был фани (ваҡытлыса) донъялағы бер нисә кескәй эшеңде мәңгелек Ожмахыңа алыштырыу отошлораҡ булмаҫмы икән? Намаҙ өсөн бер нисә минут ваҡыт тап. Бүтән эштәрең өсөн күпмелер ваҡыт юғалтһаң да, әммә шул арҡала киләһе донъялағы мәңгелеккә (!) эйә булырһың. ❌ "КҮБЕРӘК САҘАҠА БИРЕРГӘ ТЫРЫШЫРМЫН, ҺӘМ АЛЛАҺ МИНЕ ҒӘФҮ ИТЕР» Ундай ныҡлы ышаныс нимәнән килә ул? Аллаһ беҙгә ниндәйҙер әмер бирә һәм уның үтәлешен һорай. Саҙаҡа – ул бик һәйбәт, әммә бит намаҙҙы Аллаһ кәңәш итеп кенә ҡалмай (саҙаҡаны иткән кеүек), ә бойора. Уйла, үҙеңә ҡарата ғәҙелһеҙ булма. Һәм, белгең килһә, сәхәбәләр, һәр береһе Ислам тарихында сағыштырғыһыҙ саҙаҡалар биреүенә һәм бүтән эштәр эшләүенә ҡарамаҫтан, һуңғы көндәренә тиклем бер намаҙын да ҡалдырмай уҡыған. ❌ «ӘЛЕ ЯУЛЫҠ ЯБЫНЫП, ОҘОН ИТӘК КЕЙЕП ЙӨРӨЙ АЛМАЙЫМ» ✅1) Яулыҡ та, итәк тә – ҡатын-ҡыҙ кейемдәре. Мосолман ҡатын-ҡыҙына ошо кейемдәрҙе кейеү оят булырға тейешме ни? Тәүге мәлдә, бик ситен булһа, намаҙ ваҡытында ғына булһа ла кейенеп уҡырға мөмкин. Һәр хәлдә, белегеҙ, ҡәҙерле нәмә кеше күҙенән йәшерен була. Ҡатын-ҡыҙҙың да тәне – үҙенең законлы ире өсөн бүләк, ә сит ир-аттар уны күреп йөрөмәһен. ✅2) Һалҡында барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа баштарын да ҡаплай, оҙон булған йылы кейем дә кейә, һәм уларҙан бер кем көлмәй. ✅3) Ҡатын-ҡыҙҙар йәй көндәрендә ярым шәрә йөрөүҙәренән оялмайҙар. Ә ниңәлер оят ерҙәрен ҡаплауҙан оялалар. Кейенгән өсөн оялырға кәрәкмәй – кейенмәгән өсөн оялырға кәрәк! ✅4) Эшселәр үҙҙәренең спецовкаларынан оялмай. Кәрәккәнендә противогаздарҙан да оялмайҙар, талашып-талашып кейәләр. Мосолманса кейенеү ҙә шулай кәрәк – аңлағыҙ... ❌ «БЫЛ БИТ ҮТӘ ЛӘ ЯУАПЛЫ ЭШ» Эйе, һин хаҡлы, намаҙ уҡыу – ул Аллаһ менән бәйләнешкә инеү, был бик яуаплы эш! Намаҙ уҡыған кешегә буйы менән тик яҡшы яҡҡа үҙгәреп барырға тура киләсәк, ә был күптәр өсөн бик ҡыйын. Әммә, әйҙә, һорауға объектив ҡарайыҡ. Ҡиәмәт көнөндә кешенән иң тәүҙә һораласаҡ нәмә – намаҙ. Шулай булғас, намаҙ уҡымай йөрөү – ул намаҙ уҡыуға ҡарағанда ла яуаплыраҡ эш бит, нисек уйлайһығыҙ? ❌"МИҢӘ ЭШТӘ (УҠЫУҘА) РӨХСӘТ ИТМӘЙҘӘР, УҢАЙҺЫҘ" Һине аңларға теләмәгән кешеләр алдында уңайһыҙмы? Кешеләрҙән оялаһың, әммә һине һәр ваҡыт күреп тороусы Аллаһ алдында уңайһыҙланмайһың. Үҙең нисек уйлайһың: Аллаһ алдында уңайһыҙланыр кәрәкме, әллә кешеләр алдындамы? Эйе, эштә намаҙ уҡыуҙары арҡаһында ҡайһы берәүҙәр ҡыйырһытыла, әлбиттә, беҙҙең бөгөнгө йәмғиәт бит шундай бик алама хәлдә. Әммә кешеләрҙән ҡурҡып намаҙ ҡалдырғаның өсөн Ҡиәмәт көнөндә күпкә ҡыйыныраҡ булыр шул ул. Кешеләрҙән ҡурҡма, тик Аллаһтан ғына ҡурҡ һәм Аллаһтың әмерҙәрен үтә, тыйғандарынан тыйыл – ошо инде ысын Ислам! Ислам – ул үҙ-үҙеңде Аллаһ Тәғәләнең әмеренә тапшырыу, тигән һүҙ. Әгәр һин үҙ-үҙеңде Аллаһ Тәғәләнең ҡоло итеп, Уға тапшырғанһың икән (йәғни Ислам ҡабул иткәнһең икән), һин кеше һүҙенә иғтибар итергә тейеш түгелһең. ❌ "ФАНАТИЗМ БИТ БЫЛ" Фанатизм – ул нимәгәлер мөкиббән китеп, аҡылды юғалтырҙай булып бирелеү. Мәҫәлән, донъяға. Уйла әле, бәлки һин үҙең фанатикһыңдыр? Ә мосолман – ул Аллаһҡа буйһоноп, Ислам дине ҡушҡанды үтәп йәшәүсе кеше. Аллаһ намаҙ уҡырға ҡушҡан икән, ул шул намаҙҙы уҡый, һәм ҡайҙа инде бында фанатизм? ❌ «ЭСТӘН ЫШАНҒАС, ШУЛ ЕТКӘН» Эйе, әлбиттә, эстән ышаныу – иң мөһиме. Һин ышанаһың, ти, әммә нимәгә ышанаһың? Әгәр Аллаһҡа ышанаһың икән, бел: Ул бөтәбеҙгә лә намаҙ уҡырға ҡушҡан. Аллаһҡа ышанам, тиһеңме? Улай булғас, әйҙә, Ул бойорғанды үтәй башлайыҡ, туғаным! Юҡһа һин, «Мин ата-әсәйемде хөрмәт итәм», тип тә, уларҙың бер һүҙен дә ҡолаҡҡа алмаған балаға оҡшашһың. Аллаһҡа ышанған кеше Уның әмер-бойороҡтарына ла иғтибарлы була, Уның әйткәндәре тураһында уйлана. ❌ «МИН БЫЛАЙ ҘА ЯҠШЫ КЕШЕ» Һинең яҡшы кеше булыуың – ошо фани донъя өсөн. Яҡшы холҡоң сәбәпле һине ихтирам итерҙәр, дуҫ булырҙар һәм хатта, бәлки, бүтәндәргә үрнәк итеп тә һөйләрҙәр. Ә намаҙ уҡыу – ул киләһе мәңгелек донъя өсөн. Киләһе донъяға ышанған кеше иң тәүҙә намаҙҙары тураһында ҡайғыртыр ине. ❌ АҠЛАНЫРҒА СӘБӘП ҠАЛМАҒАС... Инде аҡланырлыҡ сәбәптәре ҡалмаған ҡайһы бер кешеләр: «Ярар, ярар, тиҙҙән намаҙ уҡый башлармын», - тиҙәр. Ҡасан була һуң ул «тиҙҙән»? Был осраҡта «тиҙҙән» тигән һүҙең «хәҙер үк» булһын ине. Намаҙ – ул үҙ ваҡытында үтәлә торған ғәмәл! Шуға күрә ни өсөн уны аҙаҡҡа ҡалдырыр өсөн һылтауҙар эҙләп торорға?! Ни өсөн эскеселәр: «Эсергә ваҡытым юҡ, һуңынан эсермен әле», - тип әйтмәй? Ни өсөн тартыусылар: «Миңә тартырға иртәрәк әле», - тимәйҙәр? Ни өсөн берәү ҙә: «Пенсияға сыҡҡас ҡына алдай, ғәйбәт һөйләй, кеше «сәйнәй» башлармын инде, әле кешесә йәшәп ҡалыр кәрәк», - тип һылтанмай? Намаҙ, ураҙа тураһында һүҙ сыҡҡанда ғына, дәресен әҙерләмәй килгән уҡыусы шикелле, һәр кем һәләтенән килгәнсә сәбәптәр уйлап сығара башлай. Аллаһҡа ҡол булыуҙан ситләшәһегеҙ, әллә шайтан менән бергә булыуҙы рәхәтерәк күрәһегеҙме? Әммә белегеҙ: шайтан – һеҙҙең был донъялағы иң яуыз, иң мәкерле, иң хәйләкәр, иң аҫтыртын, иң рәхимһеҙ, иң алдаҡсы дошманығыҙ! Намаҙ уҡымай үлеп киткәндән һуң үҙегеҙҙең ни тиклем алданған булыуығыҙҙы аңларһығыҙ, әммә һуң булыр шул... ("Аллаһтың ихлас ҡолдарына ҡыуаныс – намаҙ китабы"нан)

Теги других блогов: ислам башҡорт намаҙ