#ислам #башҡорт
БӘХЕТКӘ ЫНТЫЛЫУСЫЛАР ӨСӨН УН КӘҢӘШ
💙 1. Таң атыр алдынан бер аҙ ултырып Раббыңа ялбар һəм истиғфар (ғәфү үтенеү) ҡыл: ✨«... таң алдынан истиғфар итəлəр»✨ («Ғимран ғаилəһе» сүрəһе, 3:17).
💙 2. Яңғыҙлыҡта уйланып алыр өсөн үҙеңə ваҡыт һайла: ✨«улар күктəр менəн Ерҙең бар ителеүе хаҡында уйлана»✨ («Ғимран ғаилəһе» сүрəһе, 3:191).
💙 3. Тəҡүəлелəр менəн əңгəмəлəш: ✨«Үҙеңде иртə (таң атҡандан алып ҡояш ҡалҡҡанға тиклем) һəм кис (ҡояш байырҙан алда) Раббыларына доғалары менəн ялбарып, үҙенең изге эштəре сəбəпле Уның Йөҙөн күрергə телəүселəр менəн бергə тот»✨ («Мəмерйə» сүрəһе, 18:28).
💙 4. Аллаһты зикер ит: ✨«Эй һеҙ, иман килтергəндəр! Аллаһты күп зикер итегеҙ!»✨ («Берлəшкəн ғəскəрҙəр» сүрəһе, 33:41);
✨«... һəм Аллаһты күп тапҡыр зикер итегеҙ, бəлки һеҙ уңышҡа ирешерһегеҙ»✨ («Улъялар» сүрəһе, 8:45).
💙 5. Фарыз һəм нəфел (өҫтəмə) намаҙҙарыңды иғтибар һəм Аллаһ алдында баҫалҡылыҡ менəн ҡылырға тырыш: ✨«Уңышҡа иреште мөьминдəр, намаҙҙарында баҫалҡы булыусылар (күңелдəре менəн тулыһынса намаҙға бирелеп, уны ҡылыуҙа тышҡы тынлыҡ һаҡлаусылар)»✨ («Мөьминдəр» сүрəһе, 23:1–2).
💙 6. Ваҡыты-ваҡыты менəн эҫе көндəрҙə ураҙа тотоп ал: «Ул ашау-эсеүҙəн һəм шəһүəттəрҙəн Минең өсөн баш тарта».
💙 7. Иғтибарыңды туплап һəм уҡығаның тураһында уйланып Ҡөрьəн уҡы: ✨"Улар Ҡөрьəн хаҡында уйланмаймы ни?"✨ («Мөхəммəт» сүрəһе, 47:24).
💙 8. Хəйер-саҙаҡаңды башҡалар күрмəҫлек итеп бир: «һул ҡулы уң ҡулы нимə биргəнде белмəй».
💙 9. Дин ҡəрҙəштəреңдең хəлен еңелəйт: «Кем мосолманды был донъяның бер ҡайғыһынан ҡотолдора, шуны Аллаһ Хөкөм көнөнөң бер ҡайғыһынан ҡотолдорор».
💙 10. Был донъя ниғмəттəренə ҡарата битараф бул һəм улар менəн самалап файҙалан: ✨«Ə Ахирəт тормошо донъя тормошона ҡарағанда хəйерлерəк тə, дауамлыраҡ та (мəңгелек) бит»✨ («Әл-Әғлә» сүрəһе, 87:17).
"Ваҡыт!"