------------------------------------------------------- 📗 «Йома хөтбәләре» китабынан ------------------------------------------------------- ‼️ Б И Д Ғ Ә Т Т Ә Н Һ А Ҡ Б У Л! Беренсе хөтбә. Ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәрем! Был хөтбәлә беҙ ДИН менән БИДҒӘТ тигән ике төшөнсәне айырырға өйрәнәсәкбеҙ. Аллаһ Тәғәлә дөрөҫлөктө аңларға һәм уны ҡабул итергә ярҙам итһен. Ислам дине – беҙгә пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) аша Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән тура юл. Был юл кешене ожмахҡа (йәннәткә) илтә. Пәйғәмбәребеҙҙең (ﷺ) юлы, йәки Сөннәте, саф шишмә кеүек таҙа һәм ул бөтә рухи сирҙәргә лә ҡаршы сара. Уны пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) беҙгә түкмәй-сәсмәй еткергән һәм үҙенән бер нәмә лә өҫтәмәгән. Был саф аманатҡа нәмәлер ҡушырға кәрәкмәй ҙә, сөнки ул камил. Сөннәткә яңы уйҙырма өҫтәү шул саф шишмәгә бысраҡ ташлау кеүек, юҡҡа ғына пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) ошо һүҙҙәрҙе әйтмәгән бит: «Кем дә кем беҙҙең эштә (йәғни ислам динендә) яңы бер нәмә уйлап сығара, был эш кире ҡағылыр (йәғни ҡабул булмаҫ)». («Әл-Бухари» һәм «Мүслим» йыйынтығынан). 📌 Сөннәткә ниндәйҙер уйҙырма керетеү «бидғә́т» тип атала. Бидғәттең төрҙәре бер нисә. Буталмаҫ өсөн уларҙың барыһын да бөгөн тикшермәйәсәкбеҙ, ләкин ҡыҫҡаса шуны иҫебеҙҙә ҡалдырайыҡ: ҡайһы бер бидғәттәр башҡаларынан ҡурҡынысыраҡ, улар кешене ислам диненән бөтөнләй сығара, сөнки ширк дәрәжәһенә барып еткән була. Мәҫәлән, «өй эйәһенә» (ысынбарлыҡта, өйҙә кешеләрҙе теләһә ниндәй «фокустар» менән ҡурҡытҡан енгә): «Мине ғәфү ит» – тип ялбарыу! Ҡайһы бер бидғәттәр ислам динендә булған ғәмәлдәрҙе яңылыш рәүештә, яңылыш ваҡытта, йә яңылыш урында ҡылыу арҡаһында барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, намаҙ сауаплыраҡ була тип уйлап, уны ниндәйҙер изге кеше ҡәбере янында ҡылыу. Ҡайһы бер бидғәттәр кешене ислам диненән сығармаһа ла, барыбер зарарлы, сөнки улар юҡтан барлыҡҡа килгән хөрәфәттәр (русса: суеверие) булып тора. Мәҫәлән, мәйет булған өйҙә ҡул биреп сәләмләшмәү, хатта һаулыҡ һорашмау, көҙгөнө ҡаплап ҡуйыу... Ә бит изгелектең бөтә юлдары ла Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) аша аңлатылған, шуға күрә ниндәйҙер яңы ғибәҙәт уйлап сығарыу ислам динендә ҡәтғи рәүештә тыйыла. Уйлап ҡарайыҡ әле, йәмәғәт, Сөннәтте үҙгәртеү нимәне аңлата? Беҙгә Аллаһ Тәғәлә биргән ислам дине камил түгелме ни, әллә пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) нәмәнелер әйтеп еткермәгәнме? Юҡ, ислам дине – там: «Бөгөн Мин һеҙҙең өсөн динегеҙҙе теүәлләнем һәм Үҙемдең ниғмәтемде тамамланым. Исламдың һеҙгә дин булыуы менән ҡәнәғәтләндем». («Әл-Мәидә» сүрәһе, 5: 3). Бөгөнгө көндә күп мосолмандар дингә ҡағылышы булмаған күп бидғәттәрҙе хуп күрәләр, һәм уларҙы эшләп ниндәйҙер изге эш эшләйбеҙ тип алданып йәшәйҙәр. Мәҫәлән, ☑️ машинаға йә өйгә даға, күҙ, бетеү аҫып ҡуйып, үҙҙәрен бәләләрҙән һаҡлайбыҙ тип уйлайҙар; ☑️ яңы машина һатып алғас уның эсенә мулланы ултыртып Ҡөрьән уҡыталар, ☑️ яҡын кешене ситкә оҙатҡан ваҡытта икмәк тешләтеп ҡалдыралар («өлөшөң тартып ятһын» йәнәһе) һәм башҡа йөҙәрләгән бидғәттәр. ‼️ «Быны бит барыһы ла эшләй, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙан килгән нәмә бит!», – тип алданырға ярамай! ✅ Юҡҡа ғына Ибн Ғүмәр ошолай тимәгән бит: «Һәр төрлө бидғәт – ул аҙашыу. Кешеләр уны яҡшы эш тип һанаһа ла...». Йыш ҡына ҙур ғалимдарҙың китаптарында «бидғәт» һүҙе «сөннәт» һүҙенә ҡаршы ҡуйыла, йәғни был ике төшөнсә ҡапма-ҡаршылыҡ, антоним итеп аңлатыла. Мәҫәлән, ✅ Ғудайф исемле ғалим ошолай тигән: «Күпме бидғәт барлыҡҡа килһә, нәҡ шул миҡдарҙа сөннәт кәмер»... ✅ Әййүб Әс-Сәхтийәний исемле ғалим иһә: «Бидғәтсе нығыраҡ тырышҡан һайын Аллаһ Тәғәләнән йырағыраҡ булыр!», – тигән. Ысынлап та, бидғәт – ул сөннәттең дошманы, уны кешенең йөрәгенән этәп сығарыусы фетнә... Икенсе хөтбә. Юғарыла ҡайһы бер бидғәттәрҙе әйтеп китһәк тә, халыҡ араһында киң таралған тағы бер нисә аҙашыуҙы иҫкә төшөрәйек. 🔴 «Ҡара бесәй юлды ҡыйһа йә буш биҙрә осраһа, юл уңмай». 🔴 «Кешеләр бер-бер артлы үлеп торһа, беренсе мәйет икенсеһен, өсөнсөһөн... “саҡырып ята”». 🔴 «Нәмәгәлер күҙ тейҙерергә теләмәһәң, ағасҡа һуғып алыр кәрәк». 🔴 «Зыяратҡа бармағың менән төртөп күрһәтмә! Күрһәтһәң, бармағыңды тешлә!». 🔴 «Үлгән кеше төшөңә керһә, һүгеп әрләр кәрәк». 🔴 «Балаға күҙ теймәһен өсөн, маңлайына ҡором, йәшел һыу, помада һөртөр кәрәк». 🔴 «Ҡалаҡ төшөп китһә, ҡунаҡ килә». 🔴 «Кис аҡсаны ҡулға тоттормайҙар, ә ергә һалып бирәләр». 🔴 «Эт олоһа, кеше үлеүен көтөр кәрәк». 🔴 «Шишәмбе көнө юлға сығырға ярамай». 🔴 «Мәйет булған өйҙә ҡул бирешеп иҫәнләшергә ярамай». 🔴 «Зыяратта мәйет ҡуйғанда, көрәкте ҡулға тоттормайҙар». 🔴 «Өйҙә нәмәлер онотоп ҡалдырһаң һәм кире керергә мәжбүр булһаң, көҙгөгә ҡарап сыҡ». 🔴 «Мәйет булған өйҙә көҙгөнө ҡаплап ҡуйыр кәрәк». 🔴 «Ярыҡ көҙгөгә ҡарарға ярамай». 🔴 «Тупһа аша ҡул бирешеп иҫәнләшергә ярамай». Атап үткән нәмәләрҙең күбе – ширккә яҡын хөрәфәт. Кешегә ярыҡ көҙгө лә, ҡара бесәй ҙә, әллә ҡасан үлгән бабай ҙа зыян килтерә алмай! Ҡөрьәндә Аллаһ Тәғәлә ошолай ти: «Ә Аллаһ Тәғәләнән башҡа улар доға ҡылған нәмәләр һис бер нәмә барлыҡҡа килтерә алмайҙар, әммә улар үҙҙәре барлыҡҡа килтерелгәндәр. Үлектәр бит улар, тере түгел, һәм ҡасан тереләсәктәре тураһында ла белмәйҙәр!». («Ән-Нәхл» сүрәһе, 16: 20 – 21). Ислам аҡидаһына күрә, мосолман кешеһе Аллаһ Тәғәләгә генә ялбарып, тик унан ғына ярҙам көтөргә һәм үҙенең ҡурҡыуын, өмөтөн, доғаларын тик Уға бағларға тейеш. Ҡөрьәндә әйтелеүенсә: «Тик Һиңә генә ғибәҙәт итәбеҙ, һәм тик Һинән генә ярҙам һорайбыҙ!» («Әл-Фәтихә» сүрәһе, 1:5). Шулай уҡ Ҡөрьәндә Аллаһ Тәғәлә: «Ошо Аллаһ Тәғәлә һеҙҙең Раббығыҙ, батшалыҡ – Уныҡы, ә Унан башҡа табынған нәмәгеҙ хөрмә ҡабығы тиклем нәмәгә лә эйә түгел. Әгәр уларға ялбарһағыҙ, улар һеҙҙең доғағыҙҙы ишетмәй, ишетһәләр ҙә яуап ҡайтармаҫтар ине, һәм Ҡиәмәт көнөндә тиңдәш тотоуығыҙҙы улар инҡар итер...» – тигән. («Фатир» сүрәһе, 35: 13 – 14 аяттар). Белемгә битараф булмағыҙ, һәр көн Аллаһ Тәғәлә, Ҡөрьән, пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) тураһында яңы нәмә өйрәнергә тырышығыҙ, өйрәнгән нәмәләрегеҙҙе яҡындарығыҙға ла еткерегеҙ! Аллаһ Тәғәлә беҙгә динебеҙҙе яҡшы өйрәнергә, уны бидғәт менән бутамаҫҡа ярҙам итһен, дөрөҫлөктө дөрөҫлөк итеп, аҙашыуҙы аҙашыу итеп күрһәтһен. Әмин! Ишморат хәҙрәт Хәйбуллин.

Теги других блогов: Ислам Дин Бидгәт