ЙӨРӘГЕҢДЕ ЯҢЫЛЫШЛЫҠТАН АЛЫҪ ТОТ
Хәҙерге көндә һәр кем динде үҙенсә аңлай, үҙенсә аңлатып маташа кеүек. Әммә хәҡиҡәт берәү генә һәм ул бары тик Ҡөрьән менән Сөннәткә генә нигеҙләнә. Ғөмүмән, Ислам дине нәфсебеҙ теләктәренә, ата-бабаларҙан ҡалған ғөрөф-ғәҙәткә буйһонмай. Шуға күрә, динде үҙебеҙ теләгәнсә, йола ҡушҡанса түгел, ә Раббыбыҙ һәм Пәйғәмбәребеҙ һүҙҙәренә таянып аңлау зарур.
Әлеге көндә динебеҙҙә төрлө-төрлө ағымдар ҙа бик күп. Был хаҡта Пәйғәмбәребеҙ ﷺ алдан иҫкәрткән дә инде. Хәҙистән билдәле булыуынса, мосолмандар етмеш өс ағымға бүленәсәк, шуларҙың тик берәүһе генә ожмахҡа инәсәк, ҡалғандары Тамуҡ утына дусар ителәсәк. Аллаһ Рәсүленең ﷺ һүҙҙәренән аңлашылыуынса, ҡотолоусы төркөм – ул Сөннәт һәм йәмәғәт әһелдәре. Тимәк, Ҡөрьәнгә, Сөннәткә һәм хаҡ сәләфтәр юлына тотоноусылар. Йәғни, динде беҙ Изге Китаптан, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һүҙҙәренән һәм Ҡөрьән менән Сөннәткә ныҡлы тотоноусы хаҡ сәләфтәрҙән килгәнсә аңларға тейешбеҙ. Теге йәки был нәмә ышаныслы дәлил аша беҙгә килеп еткән икән, беҙ уны нәфсебеҙ теләктәренә тап килһә лә, килмәһә лә, ата-бабаларыбыҙ быны эшләһә лә, эшләмәһә лә ҡабул итәбеҙ.
Динде күптәр ата-бабаларҙан тороп ҡалған йола, ғөрөф-ғәҙәт кеүек ҡабул итә, һәр халыҡтың үҙенә генә хас дине бар тип уйлай. Әммә был төптө дөрөҫ түгел. Дингә беҙ ата-бабаларыбыҙ шулай эшләгән өсөн тотонмайбыҙ. Ә Ислам дине Ҡиәмәт көнөнә тиклем йәшәп килер Раббыбыҙ күрһәткән хаҡ юл булған өсөн тотонабыҙ. Әгәр ҙә ата-бабаларыбыҙ дингә ниндәйҙер үҙгәрештәр индергән, яңылышлыҡтар ҡылған икән, беҙ ул ғәмәлдәрҙән баш тартабыҙ. Сөнки Ҡиәмәт көнөндә ғәмәлдәребеҙ өсөн Аллаһ алдында яуап тотҡанда “ҡартатай-өләсәйҙәрем шулай эшләгәнгә мин дә шулай эшләнем” тип аҡланып булмаясаҡ. Сөнки беҙгә ғәйеп-хаталарҙан аралау, хаҡ тура юлдан барыу сараһы итеп Ҡөрьән менән Сөннәт бирелгән, динде дөрөҫ итеп аңлатып бирерҙәй сәләфтәребеҙ һәм ғалимдар бар.
Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, Ислам дине ата-бабалар тотонған ғөрөф-ғәҙәттәргә буйһонмай. Ул быуындан-быуынға күсер йола ла түгел. Тимәк, ата-бабаларың насрани йә буддист булған икән, һин дә, мотлаҡ рәүештә, йә насрани, йә буддист булырға тейешһең тигәнде аңлатмай. Аллаһ күрһәткән хаҡ юл, Раббыбыҙ билдәләгән был донъя һәм Ахирәт ҡанундуры, ғөмүмән, хәҡиҡәт берәү генә. Шуға күрә, Ислам ҡабул итеп мосолман булып киткән үҙе урыҫ йә һинд булған кеше ата-бабалары диненә хыянат итеүсе “һатлыҡйән” түгел. Ул бары тик хәҡиҡәтте аңлаған һәм бар ғаләмдәр Раббыһына буйһонған кеше. Шуға ла һаҡал ебәргән, йә хиджәб кейгән урыҫ милләтле кешене күргәндә “был ни ғәләмәт” тип аптырарға кәрәкмәҫ.
Ислам дине төрлө ерлектең ғөрөф-ғәҙәттәренә, ҡанундарына ла буйһонмай. Аллаһ Тәғәлә беҙҙең өсөн билдәләгән ҡанундар һәр заманға, һәр милләткә, һәр ерлеккә ҡағыла. Ҡиәмәт көнөнә тиклем шулай буласаҡ ин шәъ Аллаһ. Шуға күрә, Ислам киң таралған илдәрҙә хиджәб кейһәң дә, үҙең теләгән оҙонлоҡта һаҡал йөрөтһәң дә була, ә беҙҙең ерлектә былай ҡылынырға ярамай тигән фекер бер нисек тә дөрөҫлөккә тап килмәй. Аллаһ Тәғәлә Ислам дине аша Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр бер үк ҡанундар урынлаштырған. Урыҫтар өсөн айырым, башҡорттар өсөн икенсе төрлө, ғәрәптәргә бөтөнләй икенсе юҫыҡтағы ҡануни ҡиммәттәр билдәләмәгән. Ҡөрьән менән Сөннәттә килгән хәҡиҡәт бар кешелек өсөн бер төрлө. Әгәр ҙә һәр бер халыҡ өсөн үҙенә күрә айырым бер дини ҡанундар булырға тейеш булһа, был турала Раббыбыҙ беҙҙе, һис шикһеҙ, мәғлүмәтле итер ине.
Исламдағы тәүге аҙымдарыңды яһағанда, әлбиттә, йөрәгеңә дөрөҫ аҡиданы һеңдереү мөһим. Сөнки динде дөрөҫ аңлау тап аҡида мәсьәләһе менән бәйләнгән. Аҡиданы дөрөҫ аңламаған кеше өсөн еңел генә төрлө бидәғәттәргә, ширеккә юл асылыуы мөмкин. Билдәле булыуынса, һәр аҙашыусының, бидәғәтсенең яза алыр урыны – Тамуҡ. Ә ғүмерҙәренең ахырынаса тәүбә эшләмәйенсә ширектә үлеп китеүселәр – мәңгелек Ут әһелдәре. ӘғүҙүбиЛләһ!
Әлеге көндә дингә индерелгән бидәғәттәр бихисап. Бидәғәт, тимәк, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ваҡытында ла, сәхәбәләрҙән һәм тәбиғиндәрҙән булған хаҡ сәләфтәребеҙе ваҡытында ла эшләнелмәгән, быға бер ниндәй ҙә дәлил булмаған, әммә уларҙан һуң уйлап табылған ғәмәл. Тимәк, бидәғәттәрҙең дингә бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ. Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, беҙҙең көндәрҙә бидәғәттәр бик күп төрлө һәм киң таралған. Мәҫәлән, Мәүлид, йәғни, Аллаһ Рәсүленең ﷺ “тыуған көнөн” билдәләү. Был бидәғәт төрө шул тиклем киң таралған, хатта ҡайһы берәүҙәр уны Ислам диненең айырылғыһыҙ бер өлөшө тип ҡабул итеп, уның дингә бөтөнләй ҡыҫылышы булмаған бер яңылыҡ ҡына икәнен белмәй ҙә. Күптәр Мәүлидте яҡшы бидәғәт тип аҡлап маташа. Әммә бидәғәттең яҡшыһы, яманы булмай. Хәҙистән билдәле булыуынса, һәр бер бидәғәт аҙашыу булып тора. Ә һәр бер аҙашыу – Утта, йәғни, бының өсөн Тамуҡ утына дусар итеүсе яза ҡаралған. “Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратҡанға байрам итәбеҙ. Уны яратыусы һәр кем уның тыуған көнөндә ҡыуанырға, уны иҫкә төшөрөргә тейеш” тигәнерәк аҡланыуҙар ҙа урынһыҙ. Сөнки, беренсенән, Пәйғәмбәр ﷺ бер ваҡытта ла тыуған көнөн билдәләмәгән. Хатта сәхәбәләр, тәбиғиндәр ҙә беҙгә был хаҡта бер ни ҙә әйтеп ҡалдырмаған. Тимәк, улар тарафынан да Мәүлид үткәрелмәгән. Тағы килеп, Аллаһ Рәсүленең ﷺ ҡасан тыуыуы хаҡында ғалимдар араһында аныҡ ҡына фекер ҙә юҡ. Икенсенән, Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратыу ниндәйҙер бер айырым көндө генә уны ололау тигәнде аңлатмай бит. Уны көн дә ололарға, уға салауаттар әйтергә кәрәк. Дингә бөтөнләй ҡыҫылышы булмаған бидәғәттәр менән булыу бер нисек тә Пәйғәмбәргә ﷺ булған һөйөүҙе аңлатмай. Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратабыҙ икән, беҙ ул күрһәткән юлдан барырға тейешбеҙ. Йәғни, Ҡөрьәнгә, Сөннәткә һәм хаҡ сәләфтәр юлына ныҡлы тотонорға. Был юлда бер ниндәй ҙә бидәғәткә урын юҡ.
Ә инде динде дөрөҫ аңламайынса, төрлө бидәғәттәргә бирелеп, аҙаҡ бөтөнләй Исламдағы иң ҙур гөнаһ – ширеккә инеп китеү бигерәк тә ҡурҡыныс. Сөнки мөшриктәр – мәңгелек ут әһелдәре. Халыҡ араһында әүлиәләр ҡәберенә йөрөү киң таралған. Ғәҙәттә, күптәр диндә булыуҙы тап әүлиәләр ҡәберенә йөрөү, әүлиәләр хаҡында белеү тип тә аңлай. Шуға күрә, ундайҙар һаҡаллы, йә яулыҡта булған берәүҙең бөтөнләй Мөжәүир хәҙрәт тураһында китаптар уҡымауына, йә бер тапҡыр ҙа уның ҡәберендә булмауына иҫе китеп аптырай. Дин ул әүлиәләр тураһында белеү һәм уларҙың ҡәберенә йөрөү түгел. Ислам динендә махсус рәүештә кемдеңдер ҡәберенә барыу тигән күренеш бөтөнләй юҡ. Динебеҙҙә ҡәбер – ул бөтәбеҙгә лә килер үлем хаҡында иҫкә төшөрөү сараһы. Бының өсөн махсус рәүештә ниндәйҙер ҡәберлекте һайларға кәрәкмәй. Яҡында булғанына зыярат ҡылыу ҙа етә. Ә кемдеңдер ҡәберен изгеләштереү кеүек нәмә Исламда бөтөнләй юҡ, унда ысынлап та әүлиә ятҡан хәлдә лә.
Әүлиә төшөнсәһенә килгәндә, әлбиттә, беҙгә әүлиәлек тураһында билдәле. Әүлиә, тимәк, Аллаһҡа яҡын булыусы, ихлас күңелдән Уға ғибәҙәт ҡылып, гөнаһтарҙан ары тороусы хаҡ динле кеше. Әүлиәлек – Аллаһ менән ҡол араһында ҡалыр нәмә. Нисек кенә булмаһын, ихласлыҡ тик йөрәктә була. Кемдең әүлиәлеккә лайыҡ булыуы Раббыбыҙға ғына билдәле. Беҙ кемгәлер төртөп күрһәтеп, уны әүлиә тип атап, уны изгеләштерә алмайбыҙ. Был – беренсенән. Икенсенән, беҙгә әүлиәләрҙе изгеләштереп, уларҙың ҡәберҙәренә зыярат ҡылырға ҡушылмаған. Сөнки бындайыраҡ ғәмәл кешене ширеккә алып барып еткереүе мөмкин. Белеүебеҙсә, әлеге көндә Мөжәүир хәҙрәттең ҡәберенә йөрөүселәр, ниндәйҙер бәрәкәткә өмөт итеп, унан тупраҡ ташыусылар, хатта шунда ятып төн уҙғарыусылар бар. ӘғүҙүбиЛләһ! Күптән гүр эйәһе булған кеше ниндәй бәрәкәт бирһен ул?! Бар бәрәкәт, бар ризыҡ, бар шифа тик Аллаһтан ғына. Мәрхүмдәрҙең тупрағы аша ниндәйҙер бәрәкәт, шифа алыу тигән нәмә юҡ. Ҡәберҙәргә инеп ятҡандан һуң хатта пәйғәмбәрҙәр ҙә беҙгә бер ни менән дә ярҙам итә алмай.
Әлбиттә, Мөжәүир хәҙрәттең тере сағында шәриғәт рөхсәт иткән юлдар менән имләй, дауалай алыу һәләтенә эйә булыуына ышанғы килә. Әммә уның күрәҙәлек итеүен беҙ бер нисек тә ҡабул итә алмайбыҙ. Сөнки күрәҙәлек динебеҙҙә ҡәтғи тыйылған. Юғиһә, күптәр әүлиәлекте киләсәкте юрауға ҡайтарып ҡалдырып, Мөжәүир хәҙрәт күрәҙәселек иткән тип иҫбат итеп маташа. Ғәфү итегеҙ, әммә киләсәкте юрау һәм әүлиәлек бергә була алмай. Беҙҙең менән киләсәктә ни булырын тик Аллаһ Тәғәлә генә белә.
Ғөмүмән, динебеҙгә тотонғанда беҙ хәҡиҡәтте эҙләргә тейешбеҙ. Хәҡиҡәт ул Ҡөрьәндә, Сөннәттә һәм хаҡ сәләфтәребеҙ юлында сағыла. Уларҙан килгән нәмәне беҙ күңелебеҙгә ятһа ла, ятмаһа ла ҡабул итергә тейешбеҙ. Сөнки хәҡиҡәт ул нәфсебеҙ көҫәгән, теләктәребеҙгә тап килгән нәмә түгел. Беҙ хәҡиҡәтте нәфсебеҙгә түгел, ә нәфсебеҙҙе хәҡиҡәткә көйләргә тейешбеҙ. Йәғни, теге йәки был нәмәне нәфсебеҙгә тап килгән өсөн хәҡиҡәт итеп ҡабул итергә түгел, ә ул нәмә хәҡиҡәт булған өсөн, нәфсебеҙ теләктәренә ҡаршы килгән хәлдә лә, ҡабул итергә тейешбеҙ. Мәҫәлән, кемгәлер музыка тыңлау оҡшай икән, бик ҡыйын булһа ла, бынан баш тартырға кәрәк. Сөнки, дөрөҫлөктә, музыка тыңлау харам ғәмәл, нәфсебеҙ өсөн был бик яҡын булған хәлдә лә. Шулай уҡ, кемдеңдер диндә тәүге аҙымдарын яһағанда яңылышлыҡтар аша Мәүлид үткәреүҙе, кемделер изгеләштереп ҡәберҙәргә йөрөүҙе дингә ҡағылышы булған күренеш итеп ҡабул итеүе бының хәҡиҡәт булыуын аңлатмай. Теге йәки был ғәмәлгә Ҡөрьәндә йә Сөннәттә күрһәтмә юҡ икән, беҙ унан баш тартырға тейешле.
Билдәле булыуынса, йәшәйешебеҙҙең, был донъяға бар итмелешебеҙҙең мәғәнәһе – Раббыбыҙға ғибәҙәттә булып, үҙебеҙҙе мәңгелек донъя Ахирәткә әҙерләүҙә. Был донъя – ваҡытлыса торор еребеҙ. Мөлкәт туплау түгел маҡсатыбыҙ. Ысын рәхәтлек – Ахирәттә. Әммә был мәсьәләлә уртаҡлыҡ һаҡлай белеү мөһим. донъя милкен беренсе урынға ҡуймау бөтөнләй йыһазһыҙ өйҙә йәшәү, Раббыбыҙ хәләл иткән аҙыҡтан баш тартыу, тишек-тошоҡ кейемдә йөрөү тигәнде аңлатмай. Аллаһ хәләл иткән нәмәне харам итергә лә ярамай. Юғиһә, ҡәберҙәргә йөрөргә саҡырыусы, йорт йыһаздарынан бөтөнләй баш тартыусы секталарҙың барлығы ла билдәле.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, теге йәки был күренеште йөрәгебеҙгә ныҡлы ышаныс булараҡ урынлаштырыр алдынан ул нәмәнең Ҡөрьән һәм Сөннәттә ниндәй урында булыуына ҡарарға кәрәк. Сөнки беҙ, мосолмандар, Раббыбыҙ һәм Уның Пәйғәмбәре ﷺ еткергән нәмәне ҡабул итергә, улар ҡушмағандан баш тартырға бурыслыбыҙ.