#ислам #башҡорт #ғибәҙәт
ОШО ҺҮҘҘӘР ҺӘМ ҒӘМӘЛДӘР ӨСӨН ОЛО ӘЖЕР ВӘҒӘҘӘ ИТЕЛГӘН
🧡 11. Аҙан ҡысҡырыуҙың сауабы.
Мәзиндең аҙан ҡысҡырған тауышын ишетеүсе һәр бер ен һәм һәр бер кеше – бөтәһе лә Хөкөм (Ҡиәмәт) көнөндә уның файҙаһына шаһитлыҡ итерҙәр.
🧡 12. Аҙандан һуң доға ҡылыу.
Кем аҙан ишеткәндән һуң: «Аллааһүммә Раббә һәҙиһи-ддә(ғ)үәти-ттәәммәти үә-ссаләәтил- ҡааимәһ. Әәти Мүхәммәдәнил-Үәсииләтә үәл- фадыйләтә үә-б(ғ)әҫһү мәҡаамән мәхмүүдәл-ләҙии үә(ғ)әдтәһү, иннәкә ләә түхълифүл-мии(ғ)әәд», - тип әйтә, Ҡиәмәт көндө уға Пәйғәмбәребеҙҙең ғәләйһиссәләм шәфәғәте мотлаҡ тейешле буласаҡ.
اللَّهُمَّ رَبَّ هَذِهِ الدَّعْوَةِ التَّامَّةِ، والصَّلاةِ القَائِمَةِ، آتِ مُـحَمَّداً الوَسِيْلَةَ والفَضِيْلَةَ، وابْعَثْهُ مَقَاماً مَـحْمُوداً الَّذِي وَعَدْتَهُ، إنَّكَ لا تُخْلِفُ الـمِيْعَادِ.
Мәғәнәһе: «Ошо ҡылынған саҡырыуҙың (аҙандың) һәм ошо ҡылынасаҡ намаҙҙың Хужаһы булыусы Аллаһ! Мөхәммәтте Вәсиләгә (Йәннәттәге иң бейек урынға) һәм өҫтөнлөклө дәрәжәгә ирештер һәм уны Үҙең вәғәҙә иткән маҡтаулы урынға йүнәлт. Һин бит биргән вәғәҙәңә һис хилафлыҡ итмәйһең!»
🧡 13. Тәһәрәтте еренә еткереп алырға тырышыу.
Кем тәһәрәтте еренә еткереп алырға тырыша, шуның тәненән гонаһтары йыуылып төшөр, хатта тырнаҡтарының аҫтын таҙартҡанда ла гонаһтары юйылыр.
🧡 14. Тәһәрәт алғандан һуң уҡыла торған доға.
«Әшһәдү ән ләә иләәһә иллә-Ллааһ, үәхдәһү ләә шәриикә ләһ, үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән (ғ)әбдүһү үә расүүлүһ! Аллааһүммә-джғәлнии минәт-тәүүәәбиинә үәджғәлнии минәл-мүтәтаһһириин»
أَشْهَدُ أَنْ لاَ إِلَهَ إِلاَّ اللَّهُ وَحْدَهُ لاَ شَرِيكَ لَهُ وَأَشْهَدُ أَنَّ مُحَمَّداً عَبْدُهُ وَرَسُولُهُ. اللّهُـمَّ اجْعَلنـي مِنَ التَّـوّابينَ وَاجْعَـلْني مِنَ المتَطَهّـرينَ!
Мәғәнәһе: «Шаһитлыҡ итәм: Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Ул – берәү, Уның иптәштәре юҡ, һәм шаһитлыҡ итәм: Мөхәммәт – Уның ҡоло һәм рәсүле! Йә Аллаһ, мине тәүбә итеүселәрҙән һәм таҙарыныусыларҙан ит!»
🧡 15. Тәһәрәт алғандан һуң ике рәкәғәт сөннәт намаҙы уҡыу.
Яҡшы итеп тәһәрәт алғандан һуң йөрәге һәм йөҙө менән Ҡиблаға йүнәлеп, ике рәкәғәтле сөннәт намаҙы ҡылған һәр мосолманға Ожмах мотлаҡ тейешле буласаҡ.
🧡 16. Мәсеткә илткән аҙымдарҙың дәрәжәһе.
Намаҙҙы йәмәғәт менән ҡылыр өсөн мәсеткә барған кешегә һәр бер аҙымы өсөн бер яҡшы эш яҙылыр һәм һәр икенсе аҙымы өсөн бер гонаһы юйылыр. Ҡайтҡанында ла шул уҡ.
🧡 17. Йома намаҙына әҙерлек. Йома намаҙына өйҙән иртәрәк сығыу.
Кем дә кем ғөсөл-тәһәрәт алып, йома намаҙына тип иртәрәк сығып мәсеткә йәйәү барһа, унда имамға яҡыныраҡ ултырып, хөтбәне (вәғәзде) башынан аҙағынаса иғтибар менән, һис һөйләшмәйенсә тыңлаһа, шуға мәсеткә илткән һәр бер аҙымы өсөн бер йыл буйына ураҙа тотҡан һәм төндәрен намаҙ уҡыған кеүек сауап яҙылыр.
Әгәр берәү йома көнө, ғөсөл алып, мөмкин тиклем таҙарынып, сәсен рәтләп, өҫтөнә хуш еҫтәр бөркөп, йома намаҙына бара икән һәм унда, янында ултырғандарҙы мәшәҡәтләмәй генә, күпме тейеш, шунса намаҙ уҡып, аҙаҡ, имамдың һөйләгәндәрен иғтибар менән тыңлап, һөйләшмәйсә тыныс ҡына ултыра икән, уның мотлаҡ рәүештә үткән йоманан алып ошо йомағаса ҡылынған бәләкәй гонаһтары ғәфү ителер.
🧡 18. Намаҙҙың башына өлгөрөү.
Кем ҡырҡ көн дауамында Аллаһ ризалығы өсөн намаҙҙарын йәмәғәттә ҡылып, һәр намаҙҙың беренсе тәкбиренә өлгөрөп торһа, шул ике нәмәнән – Уттан һәм ике йөҙлөлөктән ҡотолған булыр.
🧡 19. Фарыз намаҙҙарҙы йәмәғәт менән уҡыу.
Йәмәғәт менән уҡылған намаҙ бер үҙең уҡыған намаҙға ҡарағанда егерме ете тапҡырға өҫтөнөрәк.
🧡 20. Төнгө (йәстү) һәм иртәнге намаҙҙарҙы йәмәғәт менән уҡыу хаҡында.
Кем төнгө намаҙҙы йәмәғәттә уҡый, шул ярты төн намаҙҙа тороусыға тиң, ә кем бынан һуң иртәнге намаҙын да йәмәғәт менән уҡый, шул төнө буйы намаҙ ҡылған кеүек булыр.
"Ваҡыт!"