#ислам #башҡорт
ИҢ ДӨРӨҪ ЮЛ – ИСЛАМ
Кеше ни өсөн диндә булырға тейеш? Был һорау хаҡында күптәрҙең уйланғаны барҙыр, моғайын. Кемдер берәү: «Мин динһеҙ ҙә нимә яҡшы, нимә насар икәнен беләм», - тиер. Ә кемдер: «Ошо донъяны бар итеүсе Аллаһ беҙгә нимә кәрәк икәнен яҡшыраҡ белә», - ти. Кемдер берәү христиан динен һайлай, кемдер – буддизмды, кемдер – Исламды. Кемеһе хаҡ? Ошо һорауға бөгөн дүрт хәҙис нигеҙендә яуап биреп ҡарайыҡ.
🌹 1. Ғәди ибн Хатимдан (Аллаһ унан риза булһын) бер төркөм фаҡих ғалимдар: «Аллаһ рәсүленән ғәләйһиссәләм ни ишеткәнеңде беҙгә лә һөйләп бирмәҫһеңме икән?» - тип һорағас, ул шулай ти: «Бер заман мин Пәйғәмбәр ﷺ эргәһенә килгәс, ул миңә: «Эй, Ғәди ибн Хатим, Ислам ҡабул ит – яҡшылыҡҡа иреш!» - тине. Мин: «Нимә һуң ул Ислам?» - тип һораным, ул: «Аллаһтан башҡа табыныуға лайыҡлы илаһ юҡлығын, һәм минең Аллаһ рәсүле икәнемде танып шәһәдәт итеү һәм яҡшыһы ла, яманы ла, һәйбәте лә, насары ла – барыһы ла тәҡдирҙән икәненә инаныу», - тип яуап ҡайтарҙы» (Ибн Мәджәһ йыйынтығынан).
🌹 2. Өхөд һуғышы барғанда Пәйғәмбәр ﷺ янына бер ир кеше килеп: «Йә Аллаһ рәсүле! Миңә тәүҙә һуғышҡа инергәме, әллә Ислам ҡабул итергәме?» - тип һорай. Пәйғәмбәр ﷺ уға: «Тәүҙә Ислам ҡабул ит, һуңынан ғына һуғышҡа ин», - ти.
Был кеше Ислам ҡабул итә һәм һуғышҡа инеп, шунда шәһит була. Аллаһ рәсүле ﷺ уның тураһында: «Ғәмәлдәре аҙ булды, әммә әжере – күп», - тигән (Бохари, Әхмәд йыйынтыҡтарынан).
🌹 3. Аллаһ рәсүле ﷺ Ислам нигеҙҙәре тураһында шулай ти: «Ислам –ул биш бағанаға нигеҙләнгән:
🕌 Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, һәм Мөхәммәт – Аллаһтың рәсүле, тип шәһәдәт биреү,
🕌 намаҙ уҡыу,
🕌 зәкәт түләү,
🕌 хаж ҡылыу һәм
🕌 Рамаҙан айында ураҙа тотоу» (Бохари, Мөслим йыйынтыҡтарынан).
🌹 4. Аллаһ рәсүле ﷺ тағы шулай тигән: «Кем Ислам ҡабул иткән, кемдең етерлек ризығы бар һәм кем Аллаһтың биргәненә ҡәнәғәт, шул – уңышҡа ирешкән» (Мөслим, Тирмиҙи йыйынтыҡтарынан).
Эйе, әҙәм балаһы был донъяға фәҡәт һынау өсөн, билдәле бер ваҡытҡа ғына килгән. Һәм һәр кеше өсөн иң мөһим бурыс – теге донъяла мәңгелек тормош бәхетенә ирешеү булырға тейеш. Әммә үҙ аҡыл-һәләтенә, үҙ көсөнә генә өмөт иткән кешегә был ярайһы уҡ ауыр, сөнки уға үҙ нәфсеһе һәм шайтан ҡаршылаша. Шуға ла Аллаһ Тәғәлә, кешеләргә рәхимлелеген күрһәтеп, уларға илсе-пәйғәмбәрҙәр, китаптар ебәреп торған. Әҙәм балаһы дөрөҫ юлдан барып, был донъя һынауын лайыҡлы үтә алһын өсөн.
Ысын уңыш – ул һуңғы һулышҡа тиклем үҙеңдең иманыңды һаҡлап ҡала алыу. Шул рәүешле генә кеше Ожмахҡа инә аласаҡ, иншәАллаһ. Йәғни, мәңгелек бәхеткә (Йәннәткә) өлгәшеү өсөн Аллаһтың һинән риза булыуы кәрәк. Ә был тик шәһәдәт әйтеп, Ислам ҡабул итеп, Ҡөрьән-Сөннәткә ярашлы тормош алып барғанда ғына мөмкин. Сөнки бөтә нәмәнең башы – Ислам. Нәҡ шуның өсөн хөрмәтле Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бар ауырлыҡтарға ла түҙеп, үҙ халҡын хәҡиҡәткә саҡырған, аҙаҡ та төрлө хакимдарға илселәр ебәреп: «Исламда булығыҙ – ҡотолорһоғоҙ», - тип өндәгән.
Ислам ҡабул итеү – ҡотолоуҙың нигеҙе. Шуға ла берәйһе Ислам ҡабул итергә ныҡлы теләк белдерһә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ быға бик ныҡ ҡыуаныр булған. «Мин Ислам ҡабул иткәндән һуң, Пәйғәмбәр ﷺ йөҙө оло ҡыуаныстан яҡтырып китте», - тип һөйләй Ғәди ибн Хатим (Аллаһ унан риза булһын) (ул үҙе элек христиан булған) (Әхмәд хәҙистәр китабынан).
Ислам ҡабул итеү – мөһим ғәмәл.
Икенсе хәҙистән күреүебеҙсә, һуғыштың иң ауыр мәлендә мосолмандарға ярҙам итергә тип килгән кешегә лә Пәйғәмбәр ﷺ тәү сиратта Ислам ҡабул итергә ҡуша. Сөнки шул саҡта ғына уның ғәмәлдәре Аллаһ тарафынан ҡабул буласаҡ, шул саҡта ғына ул үҙ эштәренең ысын файҙаһын күрә аласаҡ. Ә Исламда булмаһа, кешегә уның бер ғәмәле лә мәңгелек теге донъяла ярҙам итмәй.
Иман килтермәгән кешеләр бары тик был донъяла ғына, Аллаһтың рәхимлелеге һәм ғәҙеллеге менән, үҙ ғәмәлдәренең ниндәйҙер һөҙөмтәһен күрә алыр...
✅ Аллаһы Тәғәлә ҡабул иткән дин – ул берәү генә: ✨«Ысынлап та, Аллаһ ҡаршыһындағы дин – Ислам»✨ (Ҡөрьән, «Ғимран ғаиләһе» сүрәһе, 3:19). Кем үҙенә Исламдан башҡа дин эҙләй, уның ышанғаны дөрөҫ түгел, һәм ул киләһе тормош бәхетенән мәхрүм ҡалыр:
✨«Әгәр берәйһе Исламдан башҡаны дин тип эҙләһә, унан был ҡабул ителмәҫ, һәм ул Ахирәттә отолоусыларҙан булыр»✨ (Ҡөрьән, «Ғимран ғаиләһе» сүрәһе, 3:85).
Аллаһ Тәғәлә фәҡәт Исламды бөтә кешелеккә дин итеп һайлаған: ✨«Ислам динен һеҙгә дин итеп ҡәнәғәтләндем»✨ (Ҡөрьән, «Аш табыны» сүрәһе, 5:3). Шуға ла барлыҡ кешеләр ҙә тик ислам динендә генә ҡотолоу таба аласаҡ.
Ислам ҡабул итеү быға тиклемге хата-гонаһтарҙы юя, кешенең йөрәген саф ҡыла. Аллаһ рәсүле ﷺ хатта үҙенең элекке иң оло дошмандарын да шәһәдәт әйткәндәре өсөн ғәфү итеп, уларға һүҙ тейҙереүҙән, үткән хәлдәрен иҫкә төшөрөүҙән сәхәбәләрен тыйыр булған.
Пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Зәйнәбтең үлеменә сәбәпсе Хәбәр ибн Әсүәд, яратҡан туғаны Хәмзәне үлтереүсе Вәхши, оҙаҡ йылдар мосолмандарға зыянлыҡтар ҡылыусы Икрима ибн Әбү Джәһил – шәһәдәт килтереп, ғәфү ителеүселәрҙең ҡайһы берәүҙәре генә...
Ләкин уңышҡа ирешеү өсөн тел менән шәһәдәт әйтеү генә етмәй – Ислам ҡабул итеүҙең дә үҙенең бер нескәлектәре бар. Ул нескәлектәр Аллаһтың әмерҙәрен үтәп, Уның тыйғандарынан тыйылыуға ҡайтып ҡала. Вәхб ибн Мүнәббих исемле ғалимдан: «Лә иләһә илләЛлаһ» һүҙҙәре Ожмахтың асҡысы түгелме ни?» - тип һорағас, ул: «Әлбиттә, был шулай, әммә һәр асҡыстың бит тештәре була. Тештәре йоҙаҡҡа тура килһә – ишек асыла, юҡ икән – юҡ», - тип яуаплай (Бохари хәҙистәр йыйынтығынан). Икенсе һүҙ менән әйткәндә, дин – ул бер бөтөн. Шуға ла, әгәр динде ҡабул итәһең икән, ундағы әмерҙәрҙе үтәп, тыйғанынан тыйылып йәшәр кәрәк. Әбү Бәкр ҙә бит (Аллаһ унан риза булһын), Пәйғәмбәр ﷺ үлгәндән һуң хәлифә булғас, зәкәт түләүҙән баш тартыусыларға ҡаршы көс күрһәтәсәген белдергән. Был динде һаҡлап ҡалыу өсөн шулай кәрәк ине. Юғиһә, диндән ғибәҙәт һәм ғәмәлдәрҙән айырылған яңғыҙ идея ғына тороп ҡалыуы бар. Ә бындай система бер нәмәгә лә яраҡлы түгел.
Ғөмүмән, динде бүлгеләүсе идеяларҙың Исламға ҡағылышы юҡ. Киреһенсә, Ислам – ул донъяға ҡарашты, йола-ғибәҙәттәрҙе, әхләҡ һәм ғәмәлдәрҙе үҙ эсенә алып тора.
Инде хәҙер асҡыстың тештәре тураһында һөйләшеп алайыҡ. Өсөнсө хәҙистә Исламдың нигеҙҙәре хаҡында хәбәр ителгән ине. Улар – шәһәдәт, намаҙ, зәкәт, хаж һәм ураҙа. Шулай уҡ, Исламда үтәлергә тейешле башҡа бойороҡтар ҙа бар.
Ғүмәр ибн Хаттаб (Аллаһ унан риза булһын)
былай тип риүәйәт итә: «Пәйғәмбәребеҙ ﷺ вәхи төшөрөлгәндә, уның эргәһендә бал ҡорттары геүләгән кеүек тауыш ишетелер ине. Бер мәл уға шулай вәхи төшөрөлгәс, беҙ уның ошо хәл-торошо бөткәнен бер аҙ көтөп торҙоҡ. Ә Аллаһ рәсүле ﷺ Ҡәғбә тарафына боролдо ла, ҡулдарын күтәреп доға ҡыла башланы: «Йә Аллаһ, беҙгә тейеш булған бөтә ниғмәттәреңде арттыр һәм уларҙы кәметмә; беҙгә хөрмәт бир, ә хурлыҡ түгел; беҙгә рәхимле бул һәм беҙҙе мәхрүм ҡалдырма; беҙҙе өҫтөн ит, һәм беҙҙән береһе лә өҫтөн булмаһын; беҙҙе риза ит һәм беҙҙең менән риза бул». Шунан һуң ул: «Әле миңә ун аят төшөрөлдө. Кем дә кем ошо аяттар буйынса йәшәһә, шул Ожмахҡа инер», - тине һәм «Иманлылар» сүрәһенең тәүге ун аятын уҡып ишеттерҙе:
✨«Бәхетле булды мөьминдәр – намаҙҙарында баҫалҡылар, буш һүҙҙәрҙән ситләшеүселәр, зәкәт түләүселәр, оят ерҙәрен һаҡлаусылар – ҡатындарынан һәм уң ҡулдары биләгәндәрҙән башҡа – бының өсөн уларға шелтә юҡ, бынан артығын теләгән кеше иһә – сиктән уҙыусы, һәм аманаттарын һәм килешеүҙәрҙе үтәүселәр, намаҙҙарын ваҡытында тотоусылар – бына ошолар инде вариҫтар...»✨ (Ҡөрьән, «Иманлылар» сүрәһе, 23:1-10) (Тирмиҙи, Әхмәд, Хәким хәҙис йыйынтыҡтарынан).
Былар барыһы ла һөйөклө Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ әхләгенә ингән. Кешеләр уның ҡатыны Ғәйшәнән (Аллаһ унан риза булһын):
«Эй мөьминдәр инәһе! Аллаһ рәсүленең холҡо ниндәй ине?» - тип һорағас, Ғәйшә уларға: «Аллаһ рәсүленең холҡо – Ҡөрьән ине», - тип яуап ҡайтара һәм уларға «Иманлылар» сүрәһенең тәүге ун аятын уҡырға ҡуша (Бохари, Хәким хәҙис йыйынтыҡтарынан).
Эйе, Аллаһ рәсүле ﷺ холоҡ-фиғеле, йәшәйеше, үҙ-үҙен тотошо – барыһы ла Ҡөрьәндең тере сағылышы булған. Шуға ла, кем Ожмахҡа инергә теләй, ул фәҡәт Ҡөрьән һәм Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сөннәте буйынса йәшәргә тейеш. Ҡөрьәндән һәм Сөннәттән алынған ҡайһы бер әхләҡи сифаттарҙы ҡыҫҡаса һанап үтәйек:
🕋– Аллаһҡа ышаныу, шулай уҡ фәрештәләргә, пәйғәмбәрҙәргә, изге китаптарға, тәҡдир-яҙмышҡа һәм Ҡиәмәт көнө булырына иман килтереү;
🕋– намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, зәкәт түләү;
🕋– ярлы-меҫкендәргә ярҙам итеү;
🕋– кешеләрҙе яҡшылыҡҡа өндәү, яманлыҡтан киҫәтеү;
🕋– ширк (Аллаһҡа тиңдәш тотоу), күрәҙәлек итеү, сихырсылыҡ, эскелек, ҡомарлы уйындар, лоторея кеүек шайтан тоҙаҡтарын урап үтеү;
🕋– йәбер-золом ҡылыуҙан һаҡланыу;
🕋– йәнеңде, тәнеңде һәм малыңды Аллаһ юлында сарыф итеү;
🕋– Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн яҡшы эштәр эшләргә ашығыу;
🕋– гонаһ-хаталар өсөн тәүбә итеү һәм хаҡ тормош алып барыу;
🕋– көфөрлөк, Аллаһҡа буйһонмаусанлыҡ кеүек йөрәк сирҙәренән таҙарыныу;
🕋– фетнә ҡуҙғытыуҙан һаҡланыу;
🕋– бөтә нәмәлә лә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ оҡшарға тырышыу; һәм башҡалар.
Ислам ҡабул итеп, уның шарттарын ошо рәүешле үтәүселәр, булғанына шөкөр итә белеүселәр – улар был донъяла уҡ ҡотолоуға ирешер һәм Ахирәттә лә рәхәтлектә ғүмер итерҙәр. «...Кемдең етерлек ризығы бар һәм кем Аллаһтың биргәненә ҡәнәғәт, шул – уңышҡа ирешкән», - тиелә бит дүртенсе хәҙистә. Ә хәҙистең башында иһә «Кем Ислам ҡабул иткән...» тиелгән. Йәғни, Ислам – ул бөтә нәмәнең башы.
Ризыҡ, тигәндәй, был осраҡта ризыҡтың мотлаҡ хәләл булыуы мөһим. Сөнки кешенең дини һәм рухи тормошо уның ниндәй ризыҡ ашауы менән бик тығыҙ бәйләнгән. Харам ризыҡ ашаған кешенең доға-ғибәҙәттәре ҡабул булмай, һәм бындай кешенең ахырҙа Тамуҡҡа эләгеүе бар. Шулай уҡ, үҙеңә етерлек ризыҡ табып та, уға шөкөр итә белер кәрәк. Әгәр кеше быға ирешһә, тимәк ул, иншәАллаһ, Йәннәткә инер, тигән һүҙ.
Ә һаран булып, хәләл-харамға иғтибар итмәйенсә байлыҡ туплау, был донъяға ғына ҡыҙығып, ғибәҙәтте ҡалдырыу, киләһе тормошҡа әҙерләнмәү һәм башҡа шуның кеүек ғәмәлдәр – кеше өсөн иң ҙур бәхетһеҙлек. Бындай кешеләрҙең Тамуҡтан ҡотолоуы икеле. Уларға кисекмәҫтән тәүбә итеп, үрҙә килтерелгән аят-хәҙистәр буйынса йәшәй башларға кәрәк.
Ислам ҡабул итеп, Аллаһ әмерҙәрен үтәп йәшәй башлаусы мосолмандарҙың да башҡаса бер ниндәй ҙә бурысы юҡ түгел. Сөнки иң мөһиме – был донъянан иманлы килеш китеү, һуңғы һулышҡа тиклем мосолман булып ҡала алыу. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Ғәмәлдәр һөҙөмтәһенә ҡарап баһалана», - тигән (Бохари хәҙистәр йыйынтығынан).
«Тулы бәхеткә өлгәшеү – ул Исламда үлеү», - тигән тағы хаҡ хәлифә Ғәли (Аллаһ унан риза булһын).
Аллаһ Тәғәләнең: ✨«Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Тейешле ҡурҡыу менән Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм фәҡәт мосолман булған хәлдә генә вафат булығыҙ!»✨ (Ҡөрьән, «Ғимран ғаиләһе» сүрәһе, 3:102) - тигән әмерен үтәү өсөн Унан быны һорарға һәм үҙебеҙгә лә быға ирешеү өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырға кәрәк. Бер кем дә үҙенең нисек үлеп китерен белмәй. Һуңғы һулышын алған мәлдә мосолман булып ҡала алырмы ул – билдәһеҙ... Шуға ла хаҡ мосолмандар Аллаһ Тәғәләнән хәйерле үлем һорап, ҡурҡыу һәм өмөт менән Уға доға ҡылалар, ярҙам һорайҙар. Мәҫәлән, Муса пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең мөғжизәләрен күреп, Аллаһҡа иман килтергән сихырсылар ҙа, язаланғанда: ✨«Раббыбыҙ! Беҙгә сабырлыҡ өҫтә һәм беҙҙе мосолмандар итеп вафат ҡыл!»✨ - тип доға ҡылғандар (Ҡөрьән, «Кәртәләр» сүрәһе, 7:126).
Йософ пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм дә һәр ваҡыт:
✨«Раббым! Мине мосолман булған хәлдә вафат ҡыл һәм мине изге кешеләр араһынан ит!»✨ - тип доға ҡылыр булған (Ҡөрьән, «Йософ» сүрәһе, 12:101).
Аллаһ шулай һәммәбеҙгә юл күрһәткән. Ә беҙҙән иһә ни бары ислам динендә йәшәп, был донъянан иманлы килеш китергә талап ителә. Диндә булайыҡ, бергә булайыҡ һәм, иншәАллаһ, мәңгелек бәхеткә ирешербеҙ!
"Ваҡыт!"