#ислам #башҡорт #нәсихәт ФАНИ ДОНЪЯНЫҢ АСЫЛЫ Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кешеләр, донъя артынан ҡыуып, Ахирәт тормошон ҡайғыртмай. Ундайҙарҙың ҡайһылары хатта был донъяла ла үҙҙәре теләгәнсә йәшәп өлгөрмәй. Үҙегеҙҙең дә шаһит булғанығыҙ барҙыр: матур, бейек, иркен өйҙәр ултыра, уларҙың тышы ла, эске яғы ла, ҡаралтылары ла иҫ киткес. Ә «Был өйҙөң хужаһы кем?» тип һораһаң, «Яңыраҡ ҡына донъянан китеп барҙы...» тигән яуап ишетергә мөмкин. Ул кеше ошо хәтлем өйҙө төҙөгәндә шул ҡәҙәрем генә йәшәрмен тип уйлағанмы ни? Әлбиттә, юҡ! Был донъяның ваҡыты ҡыҫҡа һәм ҡасан үтере билдәһеҙ, йәмәғәт. Уны Ахирәт тормошона алыштыра күрмәгеҙ. Бер көндө Пәйғәмбәребеҙ صلى الله عليه وسلم үҙенең бер төркөм сәхәбәләре менән баҙар эргәһенән үтеп барған да, ерҙә ятҡан ҡолаҡһыҙ бәрәс үләкһәһен күтәреп: «Кемегеҙ ошоны бер дирһәмгә һатып алырға теләр ине?» – тип һораған. Кешеләр: «Ул беҙгә нимәгә кәрәк? Нимә эшләтәбеҙ уны?» – тип аптыраған. Пәйғәмбәребеҙ صلى الله عليه وسلم тағы ла: «Алырға теләмәйһегеҙме?» – тип һораған. Кешеләр: «Ҡолаҡһыҙ килеш тере булһа ла кәрәкмәҫ ине. Ә үле килеш ул кемгә кәрәк?!» – тигәндәр. Пәйғәмбәребеҙ صلى الله عليه وسلم иһә: «Аллаһ менән ант итәм, Аллаһ Тәғәлә өсөн был донъяның ҡәҙере ошо бәрәстең ҡәҙеренән дә кәмерәк!» – тигән (Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан). Тағы бер хәҙисендә Пәйғәмбәребеҙ صلى الله عليه وسلم шулай тигән: «Донъя менән Ахирәтте сағыштырыр өсөн берәйегеҙ бармағын диңгеҙгә тығып ҡараһын – берәй нәмә сығара алырмы?..» (Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан). Ошо хәҙисте яҡшылап аңлаған кеше үҙенең фани донъяға ҡағылышлы күп һорауҙарына яуаптар таба алыр, ин шәә Аллаһ. Йыш ҡына кешеләр: «Ниңә Аллаһ Тәғәлә төрлө кафырҙарға, енәйәтселәргә, бурҙарға байлыҡ, матур ҡатындар, һау балалар бирә, ә Үҙенә ғибәҙәт иткән мөьминдәрҙе ҡайһы ваҡыт ярлы, ауырыу итә? Йәки ҡайһы ваҡыт ғәйепһеҙ кешеләрҙең, кескәй балаларҙың рәнйетелеүенә һәм хатта үлтерелеүенә лә юл ҡуя?» – тип һорай. Яуап – ошо донъяның асылында. Аллаһ Тәғәлә өсөн был фани донъя бер нәмә лә түгел. «Әгәр Аллаһ хозурында ошо донъяның серәкәй ҡанатындай ғына ҡәҙере булһа, Ул бер кафырға ла бер йотом да һыу эсермәҫ ине», – тигән Пәйғәмбәребеҙ صلى الله عليه وسلم (Тирмиҙи йыйынтығынан; сахих хәҙис). Донъяның ысын йөҙөн беләйек, ҡәрҙәштәр: ул беҙҙең Пәйғәмбәребеҙгә صلى الله عليه وسلم ҡарт әбей сүрәтендә күрһәтелгән. Тағы ла бер хәҙистә: «Донъянан һаҡ булығыҙ!» – тиелгән (Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан). Үҙ-үҙебеҙҙе алдап: «Пенсияға сыҡҡас (йә өйөмдө төҙөп бөткәс, йә улымды өйләндергәс һ. б.), намаҙға баҫам», – тип, Ахирәтебеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймайыҡ. Аллаһ Тәғәләнең вәғәҙәһенә инанған кешегә ошо хәҙис тә етер: «Иртәнге ике рәкәғәт сөннәт намаҙы ошо донъянан һәм уның эсендә булған бар нәмәнән дә өҫтөн!» (Мөслим, Тирмиҙи хәҙис йыйынтыҡтарынан). Уйлап ҡына ҡарайыҡ: был донъяла күпме байлыҡ булһа ла, улар ошо ҡыҫҡа ғына намаҙға ла тиңләшә алмай икән! ◘ Ишморат хәҙрәт Хәйбуллиндың «Йома хөтбәләре» китабынан.

Теги других блогов: ислам башҡорт нәсихәт