#ислам#башҡорт
ЕТЕ БАҪҠЫС
Шайтан кешене, образлы итеп әйткәндә, ете баҫҡыста һағалап тора, ти. Түбәндәрәк еңә алмаһа, юғарыраҡ менеп, барыбер еңергә маташа, ти.
🔴 Беренсе баҫҡыста шайтан кешене көфөрлөк ярҙамында еңергә тырыша. Ошонда уҡ еңелгән бәндә Аллаһҡа, уның диненә иман килтермәй, Ахирәттә Раббыһы менән осрашасағына ышанмай, пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәрен ҡолағына ла элмәй. Тәүге баҫҡыста уҡ еңһә, шайтан ял итә, уның кешегә ҡарата нәфрәте лә һүрелә. Әгәр ҙә инде еңелһә, иманын һаҡлап ҡала алған кешене ул киләһе баҫҡыста һағалап тора.
🔴 Икенсе баҫҡыста шайтан кешене оло гонаһтар ярҙамында еңергә маташа. Был баҫҡыста еңелгән кеше гонаһ ҡылыуға еңел генә ҡарай башлай, тәүбә итергә ашыҡмай, үҙен: «Аллаһҡа тиңдәштәр ҡуймаһам, моғайын, ҡотолормон», ‒ тип тынысландыра. Әгәр ҙә инде ул, тәүбә итеп, Аллаһҡа һыйынһа, шайтан уны киләһе баҫҡыста һағалай.
🔴 Өсөнсө баҫҡыста шайтан кешене бидәғәттәр ярҙамында еңергә маташа. Йәғни дингә ҡаршы килгән төрлө инаныстар йәки уйлап сығарылған, дингә ҡағылышы булмаған йолалар, ғәмәлдәр менән мауыҡтыра. Пәйғәмбәр ﷺ Сөннәтенә ныҡлы тотонған кешене шайтан был баҫҡыста еңә алмай, ләкин киләһе баҫҡыста һағалай.
🔴 Дүртенсе баҫҡыста шайтан кешене бәләкәй гонаһтар ярҙамында еңергә маташа. «Һин бит оло гонаһтар ҡылмайһың. Тимәк, яҙыҡ эштәрҙең зыяны юҡ. Барыбер Аллаһ һиңә уларҙы ғәфү итәсәк», ‒ тип алдаштырып, шайтан кеше ҡаршыһында төрлө хата-гонаһтарҙың әһәмиәтен кәметергә тотона. Әгәр ҙә кеше бирешһә, бәләкәй гонаһтары тау һымаҡ өйөлөп, оло гонаһтар дәрәжәһенә етә. Әгәр кеше һәр саҡ уяу булһа, тәүбә итеп торһа, ҡырын эштәрҙән һуң шунда уҡ изге эштәр ҡылырға ашыҡһа, гонаһтарға бәләкәй тип ҡарамаһа, шайтан был баҫҡыста еңелә.
🔴 Бишенсе баҫҡыста шайтан кешене тыйылмаған, ләкин артыҡ әһәмиәте булмаған ғәмәлдәр ярҙамында еңергә маташа. Йәғни шул рәүешле мөһимерәк эштәрҙән әүрәтергә тырыша. Кешене шулай ымһындырып-ымһындырып, тәүҙә сөннәт ғәмәлдәрҙе, аҙаҡ хатта фарыз ғәмәлдәрҙе ҡылыуҙан баш тарттыра. Әгәр кеше дөрөҫ ғилемгә ынтылһа, Аллаһҡа итәғәт итеүҙең ҡәҙерен аңлаһа, ваҡытын дөрөҫ файҙаланһа, шайтан был баҫҡыста еңелә.
🔴 Алтынсы баҫҡыста шайтан кешене ғибәҙәттең әһәмиәтһеҙерәк төрҙәре менән еңергә маташа. Йәғни фазыләтлерәк, әжер-сауабы күпкә ҙурыраҡ ғәмәлдәрҙе ҡылыуҙан әүрәтә. Был баҫҡысҡа һирәктәр генә күтәрелә. Күптәр шайтанға түбәндә үк бирешә. Ғибәҙәткә килгәндә, уның мөһимерәк һәм әһәмиәте кәмерәк төрҙәре була. Йәғни Аллаһ ҡаршыһында дәрәжәләре төрлө. Ғәмәлдәрҙең дәрәжәләрен айыра белеп, дөрөҫ ғибәҙәт ҡылған кеше генә шайтанды был баҫҡыста еңә ала.
🔴 Етенсе баҫҡыста шайтан үҙенең ғәскәрен ярҙамға саҡыра. Йәғни диндән йыраҡ булған бәндәләрҙе иң юғары баҫҡысҡа менгән кешегә ҡаршы ҡоторта. Аллаһ ҡолоноң иманы көслөрәк булған һайын шайтан да һөжүмде көсәйтә бара. Был баҫҡысҡа менеп еткәндәр Аллаһ хаҡына һәм Уның ярҙамы менән шайтанға ҡаршы ысын мәғәнәһендә һуғыш алып бара.
Бында әйтелгәндәрҙе белеү тормошобоҙҙа, беҙҙең ҡылыҡтарыбыҙҙа, гонаһлы аҙымдарыбыҙҙа шайтандың әһәмиәтен аңларға һәм уға ҡаршы тороу сараларын күрергә ярҙам итә.
◘ Имам Ибн әл-Ҡаййимдән,
"Ваҡыт!"