#ислам #башҡорт #оло_гонаһ НАСАР АХЫРҒА КИЛТЕРЕҮСЕ СӘБӘПТӘР ХАҠЫНДА Үҙҙәрен мосолман тип күрһәтеп, Ислам ҡушыуҙарын тыштан ғына үтәүселәрҙең күптәрен насар ахыр көтә (бынан беҙҙе Аллаһ Үҙе һаҡлаһын!). Һәм был уларҙың үлеменән дә күренә. «Насар ахырға алып барыусы сәбәптәр бар. Мөьмингә уларҙан йыраҡлашыу лазым», – тигән Ситдыҡ Хәсән Хан (Аллаһ уға рәхимле булһын) һәм шул сәбәптәрҙе һанап үткән: 1⃣ Дөрөҫ булмаған дини аңлайыш (аҡида) – хатта ул диндарлыҡ, әҙәп, ғәҙеллек кеүек яҡшы сифаттар менән бергә килһә лә. Яңылыш аҡидала булып та, әммә уның дөрөҫлөгөнә һис тә шикләнмәй йән биргән кешене насар ахыр көтә. Ул фани донъянан иманһыҙ булып китәсәк һәм Раббыбыҙҙың ошо аятында әйтелгәндәр рәтенә инәсәк: ✨«Һәм уларға Аллаһ тарафынан улар хатта уйлап та бирмәгән (яза) күренер»✨ (Ҡөрьән, «Төркөмдәр» сүрәһе, 39:47). Шулай уҡ: ✨«Әйт: “Һеҙгә эштәрендә иң күп зыян күреүселәр хаҡында хәбәр итергәме-юҡмы миңә? Яҡшылыҡ эшләйбеҙ тип уйлаһалар ҙа, тырышлыҡтары фани донъяла аҙашып (юғалып) ҡалғандар хаҡында?..”»✨ – ти Аллаһ ундайҙар тураһында («Мәмерйә» сүрәһе, 18:103–104). Ҡайһы берәүҙәр үҙ аҡылдарын алға ҡуя, йә кемгәлер һуҡырҙарса эйәрә. Һәм шулай хәҡиҡәтте бөтөнләй икенселәй күрә. Ундайҙар, әлбиттә, ҙур ҡурҡыныс аҫтында. Уларға был донъя рәхәттәренән ситләшеү ҙә, әҙәпле-әхлаҡлы булыуҙары ла ярҙам итмәҫ. Сөнки бары тик Аллаһтың Китабына һәм Уның рәсүленең ﷺ Сөннәтенә ярашлы булған аҡида ғына файҙа килтерә. 2⃣ Гонаһ ҡылыуҙа ныҡышмаллыҡ күрһәтеү. Аллаһҡа ҡарышып, Уға буйһонмаусы кеше тора-бара гонаһ эшләүҙе ғәҙәт итә. Ә кем нимәгәлер ғәҙәтләнә, һуңғы минуттарында ла шуны иҫенә төшөрә. Аллаһ ҡушҡандарҙы үтәп, тик яҡшылыҡтар ҡылыусы – нигеҙҙә, үлем түшәгендә ятҡанда ла изге эштәрен хәтергә ала. Әгәр ҙә гонаһ ҡылыуға яҡыныраҡ булһа, үлеме алдынан күбеһенсә боҙоҡлоҡтарын иҫләй. Шулай булырға ла мөмкин: гонаһын ҡабатларға теләп ятып, кеше хатта үлем фәрештәһе килгәндә лә тәүбә итмәй һәм гонаһ бығауҙарына уралып йән бирә. Ошо яҙыҡ эше уның менән Раббыһы араһындағы пәрҙәгә әйләнәсәк һәм бөтә ғүмеренең насар ахыр менән бөтөүенә сәбәп буласаҡ. Юҡҡа ғына Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Гонаһтар – көфөрлөктөң хәбәрсеһе», – тимәгән. Яҙыҡ эштәр ҡылмаған, йә, ҡылһа ла, һуңынан тәүбә иткән кешегә үрҙәге ҡурҡыныс янамай. Быны түбәндәге миҫал аша күҙ алдына килтерергә була. Кеше көндәлек тормошта нимәгә ғәҙәтләнгән, төшөндә күбеһенсә шуны күрә. Мәҫәлән, ғүмерен ғилем алыуға бағышлаусы төшөндә фән һәм ғалимдар менән бәйле нәмәләрҙе күрһә, тегенсе – тегеү кәрәк-яраҡтарын. Эйе, үлем төштән айырыла һәм күпкә ауырыраҡ. Әммә үлемдән алда булған хәл йоҡоға талыуға оҡшаш. Шуға гонаһтар ҡылыу электән килгән ғәҙәт икән, улар был донъяны ҡалдырыр алдынан да йөрәкте борсомаҫ, уны үҙҙәренә тартмаҫ тип әйтеп булмай. Насар ахырҙан Аллаһ һаҡлаһын! «Мүджәһид тигән ғалим шулай тигән: «Үлем хәлендә ятыусының күҙенә мотлаҡ уның менән бергә ваҡыт үткәргән әшнәләре күренер». Бер шахмат уйнарға яратыусыға үлеме килгән. Эргәһендәгеләр уға: «Ләә иләәһә илләЛлааһ» тип әйт», – тип, тәүхид кәлимәһен иҫләтә башлаған. Ә ул, яуап итеп: «Һиңә шах!» – тигән дә, йән дә биргән. Икенсе берәү тураһында шулай һөйләйҙәр. Ул йыш ҡына хәмер эсеүселәр менән бергә ултырыр булған. Үлеме яҡынлашҡас, уны ла «Ләә иләәһә илләЛлааһ» тип әйтергә саҡырғандар. Әммә ул: «Үҙең эс тә, миңә лә ҡой!» – тип үлгән...» (Имам әз-Зәһәбиҙең «әл-Кәбәир» тигән китабынан). 3⃣ Тура юлдан тайпылыу. Башта кеше Аллаһтың ҡушҡандарын еренә еткереп үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәй. Әммә күпмелер ваҡыттан барыһы ла үҙгәреп, ул был юлынан ситкә тайпылып китә. Был да насар ахыр менән үлеүгә килтерә. Мәҫәлән, Иблис башта фәрештәләрҙең юлбашсыһы һәм остазы була, Аллаһҡа уларға ҡарағанда ла күберәк тырышлыҡ һалып ғибәҙәт итә. Һуңынан, Раббыбыҙ Әҙәмгә (ғәләйһис-сәләм) сәждә ҡылырға ҡушҡас, Иблис тәкәбберләнә һәм фарманға буйһонмай. Шулай уҡ, Аллаһҡа мөкиббән китеп табыныусы Барсыса ла. Бер ваҡыт уға шайтан килә лә: «Кафыр бул!» – ти. Тегенеһе кафыр булғас, шайтан, язаны бүлешеүҙән ҡурҡып: «Ысынында, минең һиңә ҡыҫылышым юҡ. Ысынында, мин Ғаләмдәр Хужаһы Аллаһтан ҡурҡам», – тип эйәрсәненән баш тарта. Әммә был уға файҙа бирмәй. ✨«Уларҙың икеһенең дә ахыры шулай булды: улар (икеһе лә) Утта, унда мәңге ҡалыр. Һәм был – залимдарға яза!»✨ – ти Аллаһ Тәғәлә («Ҡыуып сығарыу» сүрәһе, 59:17). 4⃣ Имандың көсһөҙлөгө. Кешенең иманы ни тиклем кәмселекле, йөрәгендәге Аллаһҡа ҡарата булған мөхәббәте лә шул тиклем кәмселекле була. Ул Аллаһты яратҡан да һымаҡ, әммә бындай һөйөү гонаһтарҙан тыймай һәм изгелектәр ҡылырға саҡырмай. Шуға иманы көсһөҙ булған кеше шәһүәттәре ҡайҙа күрһәтә, шунда бара һәм боҙоҡлоҡтар ҡыла. Үлер ваҡыты еткәс иһә Аллаһҡа булған һөйөү тағы ла көсһөҙләнә. Сөнки әҙәм балаһы йәне һөйгән фани донъяны мәңгелеккә ҡалдырыуын аңлай һәм һис кенә лә унан киткеһе килмәй. Буласаҡ айырылыу уның күңелен әрнетә һәм ул быларҙың барыһының да Аллаһтан икәнлегенә төшөнә. Шулай ҙа була: шул мәлдә Раббыһына булған элекке һөйөүенең урынына күралмаусанлыҡ тыуа. Йәне алынған ваҡытта бөтә булмышы менән был донъяға ынтылған кеше, әлбиттә, насар ахыр менән үлә. Уның менән Раббыһы араһына ҡорма төшөрөлә. Аллаһ беҙҙең барыбыҙға ла яҡшы үлем менән китергә насип итһен һәм насар ахырҙан һаҡлаһын! Әмин. "Ваҡыт!"

Теги других блогов: ислам башҡорт оло_гонаһ