«ЯҢЫ ЙЫЛ» БАЙРАМЫНЫҢ ТӨП АТРИБУТТАРЫНЫҢ ТАРИХЫ ТУРАҺЫНДА
Бер йылды икенсе йыл алмаштырыуын ниндәйҙер тылсым менән бәйләү – ул барлыҡ МӘЖҮСИ ХАЛЫҠТАРҒА ла тиерлек хас сифат.
Төрлө мәжүси ҡәүемдәр был ваҡиғаны нисек кенә ҡыланып байрам итмәгән:
🔹 «изге» ағастар тирәләй ҙә өйрөлгәндәр,
🔹 төрлө «рухтарға» ҡорбан да салғандар,
🔹 ҡарасҡылар эшләп тә яндырғандар һ.б.
Ә бөгөн беҙҙең халыҡтың йолаға инеп өлгөргән төп геройҙары:
🔸 «Ҡыш бабай»,
🔸 «Ҡарһылыу»,
🔸 шыршы һәм
🔸 маскалар.
Шулай итеп,
🔴 «ҠЫШ БАБАЙ» – ул беҙгә урыҫтарҙан («Дед Мороз»), ә урыҫтарға Европанан («Санта Клаус») килеп ингән боронғо МӘЖҮСИ ИЛАҺ образы, бөгөнгө «Яңы йыл» байрамдарының иң төп «ҡунағы».
Күмәк версияларҙың береһе буйынса, ул боронғо мәжүси герман халыҡтарының ҡышын (ғәҙәттә йылдың иң оҙон төндәрендә – 22-25 декабрҙәр тирәһендә) ҡорбан һорап килеүсе ҡурҡыныс һәм яуыз «рух» тураһындағы ышаныу-хөрәфәттәренән килеп сыҡҡан. Уның ҡәнәғәтлелегенә ирешер өсөн һәр ғаилә ул төндө ниндәйҙер ҡорбан килтерергә тейеш булған, өйҙәрҙе матур итеп биҙәгәндәр, ә «рух»тың күңелен күтәрер өсөн күңелле йырҙар йырларға, шиғырҙар һөйләргә тырышҡандар. Әгәр был илаһ уларҙан ҡәнәғәт ҡалһа, киләһе йыл уңышлы буласаҡ, тип ышанған улар...
🔴 «ҠАРҺЫЛЫУ» – беҙгә урыҫтарҙан («Снегурочка»), ә урыҫтарға боронғо Европа МӘЖҮСИ ХАЛЫҠТАРЫНЫҢ МИФТАРЫНАН килеп ингән.
Шул уҡ әлеге лә баяғы ҡышҡы төндә ҡорбан һорап килеүсе яуыз «рух» менән бәйле. Өлкән, яуыз һәм тыны менән һыуыҡ бәреп торған ҡарт сүрәтендә кәүҙәләндерелгән ул илаһ халыҡты һәләк итеп ҡуймаһын өсөн, эргә-тирәләге иң матур йәш ҡыҙҙы һайлап алып, урманға алып барып, төнгөлөккә ағасҡа бәйләп китер булғандар. Әгәр таң атҡанға тиклем ул ҡыҙ туңған булһа (ә ул, әлбиттә, һәр ваҡыт туңған булған), ҡорбан ҡабул ителде, йәнәһе. Аҙаҡ, йыл һайын туңдырып үлтереп торған ул саф ҡыҙҙарын һағынып, ахыры, халыҡ уларҙы «Ҡыш бабай» эргәһендә йөрөүсе ҡарлы һылыу сүрәтендә күҙ алдына килтереп, яңы мифтар уйлап сығарған. Әйткәндәй, бөгөн ул миф тик Рәсәй халыҡтарының ышаныуҙарында ғына йәшәй, бүтән халыҡтарҙа «Ҡарһылыу» образы юҡ. Рәсәй халҡы аңына иң тәүгеләрҙән булып «Ҡарһылыу» образын һеңдерә башлаусы драматург А.Н.Островскийҙың пьесаһында «Ҡарһылыу» «Ҡыш бабай»ҙың ҡыҙы рәүешендә һүрәтләнһә, совет заманында ул «Ҡыш бабай»ҙың ейәненә әйләнеп китә.
🔴 БАЙРАМ ШЫРШЫҺЫ (шыршы ҡыйбат булғанлыҡтан, бөгөн күп саҡта уны ҡарағай менән алмаштыралар) – шулай уҡ боронғо Европа мәжүси ҡәбиләләренән ҡалған «мираҫ».
Урманда үҫеп ултырған ҙур, мөһәбәт, «мәңге йәшел» шыршы бәрәкәт һәм муллыҡ символы иҫәпләнгән, уны ИЗГЕЛӘШТЕРГӘНДӘР, уға ТАБЫНҒАНДАР. «Яңы йыл» төнөндә иһә ул ағас төбөндә ҡорбан салып, ул малдың эске ағзаларын шыршы ботаҡтарына элгесләгәндәр, ҡорбандың ҡаны менән иһә шыршыны тулыһынса тиерлек ҡыҙыл төҫкә әйләндерер булғандар (төртөп әйтеп тормаһам да, аңлағанһығыҙҙыр, шыршы биҙәү «йола»һында күбеһенсә ҡыҙыл төҫтә булған мишура-шариктарҙың нимәне аңлатҡандарын).
🔴 МАСКАРАД – беҙгә боронғо гректар аша килеп еткән шайтан уйыны. Ысын диндәрен юғалтып, тамам мәжүсилеккә батҡан гректар үҙҙәренең эскелеккә һәм зинаға ҡоролған төрлө байрамдарында шулай маскалар кейеп ҡотороп йөрөр булғандар...
🔴 БИТЛЕК – ул, гректар ышаныуынса, төрлө насар «рух»тарҙан һаҡланыу сараһы. Төрлө шау-шыу ваҡытында эркелеп килеүсе ен-пәрейҙәр ошо рәүешле, йәнәһе лә, кешеләрҙән кемдең кем икәнен танырға тейеш булмаған. Гректар хатта үҙҙәренең мәрхүмдәрен дә битлек кейҙереп ерләгәндәр, уларҙы теге донъяла «насар» рухтар таный алмаһын, тип. Бүтән ҡайһы бер ышаныуҙарға ярашлы иһә, кешеләр байрамдар мәлендә күңелдәре менән нығыраҡ «асылыр» өсөн шулай сит битлектәр артына йәшеренгән. Бер-береһен таный алмаясаҡтарын белеп, булған ғына яҙа-йоҙа ояттары юҡҡа сығып, улар шул рәүешле ауыл-ауылдары менән күмәкләшеп зина ҡылышҡандар, төрлө инсценировкалар ойошторғандар, мискә-мискә шарап эскәндәр, әстәғәфируллаһ...
Искәндәр ҒАЙСИНдың мәҡәләһенән өҙөк. («Ваҡыт!» гәзитенән).
Дауамы булыр, ин шәә Аллаһ.