...Ә хәҙер «Яңы йыл» тигән был мифик байрамдың кешеләрҙе ниндәй гонаһтарға батырғанын ҡыҫҡаса ғына булһа ла һанап үтәйек.
1⃣ Ширк – Аллаһҡа мөрәжәғәт итеп доға ҡылыу түгел, ә «Ҡыш бабай»ҙан теләктәр үтәлеүен һорау, уның сихри көсөнә, тылсымына ышаныу, унан нимәлер өмөт итеү. Балалар баҡсаһынан башлап уҡ кескәй малай-ҡыҙҙарҙы Аллаһҡа түгел, ә «Ҡыш бабай»ға доға ҡылырға, унан һорарға, уның, имеш, хатта Лапландияның үҙенән бүләктәр алып килеүенә ышанырға өйрәтәләр. Был буш мифты кескәйҙәр күңелендә нығытып ҡуйыр өсөн, «Санта Клаус»ҡа – Финляндияла, ә «Ҡыш бабай»ға Оло Устюгта «резиденция»лар ҙа теркәп ҡуйҙылар. Беҙҙең башҡорт «зыялылары» иһә һуңғы йылдарҙа халыҡ аңына «башҡорт Ҡыш бабайы Уралтауҙа йәшәй» тигән сираттағы ялғанды һеңдереп маташа (шайтан кешеләрҙе нисек кенә аҙҙырмай!
2⃣ Нимә был? Был – оло ялған таратыу һәм балаларға ҡарата ғәҙелһеҙлек, ике йөҙлөлөк! Яңы йәшәй башлаған кескәй кешеләрҙең таҙа, саф күңелен ныҡлы иман, тәҡүәлек менән биҙәр урынға, беҙ унда ширк, алдаҡ, ялған мифтар тултырыу менән мәшғүлбеҙ. Мәктәптәрҙә, балалар Тәғәләнең Үҙенә тиңдәш ҡуйыуға бәрәбәр, әстәғәфируллаһ.
3⃣ Ширк – күрәҙәселәргә, йондоҙнамәләргә ышаныу. «Яңы йыл» яҡынлаша башлау менән төрлө телеканалдар, гәзит-журналдар кемуҙарҙан киләһе йылда нимәләр буласағын күрәҙәлек итергә тотона. Шайтан-ендәр ҡоткоһона бирелгән был шарлатандар – астрологтар, магтар, шамандар, эсктрасенстар, сихырсылар һ.б. – күрәҙәлек итеп кенә ҡалмай, ә һәр төркөм кешегә айырым планеталар «тәғәйенләп», шул планеталарҙың кешеләрҙе «ҡурсалап торасағына» ышандырып маташалар, әстәғәфируллаһ. Күрәҙәлек итеү – оло гонаһ. Һәм күрәҙәлек иткән кеше генә түгел, ә уның шул күрәҙәлек иткәнен тыңлаған кеше лә ҙур гонаһлы һанала. «Кем күрәҙәлек ҡыла һәм кем күрәҙәсегә бара – улар минең өммәтемдән түгел», - тип әйтеп ҡалдырған беҙгә Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм). Һәм тағы ла: күрәҙәлек ҡылған кешенең һәм күрәҙәсегә барған кешенең 40 көн буйы бер доғаһы ла ҡабул булмаясаҡ. Шуға ла, берәй гәзит-журнал йә радио-телевидение аша йондоҙнамәләргә иғтибар итер алдынан, ныҡлап уйлап алығыҙ: шулай уҡ ныҡ кәрәкме был һеҙгә? Бәлки, ниһайәт, баштан бөтә был иллюзияларҙы алып бырғатып, Аллаһ ҡушҡанса, Мөхәммәт пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм өйрәткәнсә йәшәй башларғалыр? Берәү ҙә бит һеҙгә йәннәт вәғәҙә итеп күктән хат ебәрмәгән… Ә йыһан буйлап һибелгән планета- йондоҙлоҡтарҙың һеҙҙе ниндәйҙер тылсым менән «ҡурсаларға» тырышыуына ышаныу – сираттағы иллюзия. Хатта үҙ-үҙҙәрен ҡурсалай алмаған күк есемдәре (беҙҙең Ер, Ҡояш кеүек үк планета- йондоҙҙар) нисек итеп тағы һеҙҙең арттан да ҡарап йөрөй алһын?! Быны аңлар өсөн әллә ни күп аҡыл да кәрәкмәй кеүек бит!
4⃣ Ширк – фетишизм, тотемизм – хайуандар культы. Боронғо мәжүси йолаларҙан беҙгә тағы ла бер ширк төрө үтеп ингән, быныһы Ҡытайҙан: һәр йылды ниндәйҙер бер хайуан йондоҙлоғо исеме менән атау һәм шул хайуандарҙың, имеш, характеры «үҙҙәренең» йылдарына йоғонто яһай алыуына ышаныу. Киләһе йылдың «ниндәй хайуандыҡы» булыуына ҡарап, мәҫәлән, өҫтәлдәргә шул хайуан формаһында эшләнгән кәнфит-печеньелар ултырталар, шул хайуан «оҡшатҡан» төҫтәргә кейенәләр, «йылына» ярашлы уйынсыҡтар һатып алалар һ.б. Йәнәһе лә, «Яңы йыл»ды шулай «хайуандарса» ҡаршылаһаң, ул уңышлы буласаҡ. Бөтә был тотемдар, фетиштар ҙа – шулай уҡ ширк, беҙгә аҙаҡ ожмахҡа юлды тотҡарлап торасаҡ оло гонаһтарҙың береһе.
5⃣ Исраф – йәғни кәрәгенән күпкә артыҡ аҡса сарыф итеү. «Яңы йыл» алдынан бик күп файҙаһыҙ һәм кәрәкмәгән тауарҙар һатып алына. Бер төндө байрам итеү өсөн һәр ғаилә тиерлек меңәрләгән- меңәрләгән һум аҡса сарыф итә, хатта һуңғы тиндәрен дә йәлләмәй ҡайһылар. Ул ёлка, ул быяла уйынсыҡтар, ул шартлатҡыстар, ул мишура һ.б. Аҙаҡ иһә, йыл дауамында бер файҙаһыҙ туҙып ятып, ул әйберҙәрҙең күп өлөшө ватылып, ҡалған өлөшө иһә юғалып әрәм була. Һәм бына тағы ла сираттағы «Яңы йыл» – тағы ла ил буйлап меңәрләгән ғаилә меңәрләгән һум аҡсаһын елгә осора, ни бары, сәғәт төнгө 12-не һуҡҡанда, телевизорға ҡарап, шампан шарабы аҫтына бер- береңә буш теләктәр теләр өсөн («буш», сөнки хәмер эскән саҡта теләктәр ҡабул ителмәй). «…Һәм ашағыҙ-эсегеҙ, әммә исраф ҡылмағыҙ. Ысынлап та, Аллаһ исраф ҡылыусыларҙы яратмай!» - тигән Аллаһ Ҡөръәндә («Кәртәләр» сүрәһе, 7:31). Өҫтәүенә күпме ваҡыт бушҡа сарыф ителә! Исраф ҡылыу – ҙур гонаһ ул, Аллаһ һаҡлаһын!
6⃣ Хәмер эсеү. «Яңы йыл» байрамдарында өйҙәренә йәшник- йәшник иҫерткес эсемлектәр ташыусыларҙы күп күрәбеҙ. Улай уҡ күп эсмәгәндәре лә барыбер шампан шарабын булһа ла алмайынса ҡуймай. Хатта шампан шарабын иң ҡәҙерле ризыҡ күреп, уны табындың иң түренә ултыртып ҡуялар, әстәғәфируллаһ. Ул ғына ла түгел, «Яңы йыл бит, берҙе генә тәмләп ҡараһағыҙ ҙа мөмкин!» - тип балаларға ла рюмка һуҙып маташалар. Ҡайһылары иһә балалар өсөн тип махсус «балалар шампан шарабы» ла алып ултыртып ҡуя. Балалар кескәй саҡтан уҡ эсергә өйрәнә башлаһын, типме?! Хәйер, уларҙы эсергә көсләп тормаһалар ҙа, өлкәндәрҙең нисек байрам иткәнен йыл да күҙәтеп йөрөп, ул бала, тәбиғи, бындай төр «мәжлестәр»гә яйлап күнегеп китә. Йә Аллаһ! Үҙҙәре лә гонаһ ҡылып, үҙҙәре артынан бүтәндәрҙе лә гонаһҡа этәргән ағай-апайҙар үҙ өҫтәренә ниндәй күп гонаһтар йөкмәгәндәрен хатта күҙ алдына ла килтермәйҙәрҙер. «Һәм әгәр уларға: «Раббығыҙ һеҙгә нимә бойорҙо һуң?» - тип әйтелһә, улар: «Был – боронғоларҙың әкиәте», - ти. Ҡиәмәт көнөндә үҙҙәренең йөктәрен дә һәм белемһеҙлектәре арҡаһында үҙҙәре аҙҙырған кешеләрҙең дә йөктәрен алып барһындар әйҙә. Насар уларҙың алып барасаҡ йөктәре!» - ти Ҡөръәндә Аллаһы Тәғәлә ундайҙар тураһында («Бал ҡорто» сүрәһе, 16:24-25). «Яңы йыл» байрамына бәйле бүтән зарарлы, гонаһлы һәм бысраҡ эштәрҙе былай ғына һанап китәйек:
7⃣ Телевидение-радио аша «Яңы йыл» көндәрендә көнө-төнө барған шайтан музыкаһын тыңлау, эскелекте рекламалаған фильмдарҙы һәм шайтан концерт-шоуҙарын ҡарау.
8⃣ Үлтереш, зина, туҡмалыш, депрессия, суицид осраҡтарының «Яңы йыл» каникулдары мәлендә ныҡ артыуы, бөтә халыҡтың күмәртәләп ҙур ялғанға, иллюзиялар донъяһына сумыуы, дөйөм истерия һ.б. Әммә иғтибарығыҙға ҡабат тәүге дурт пунктҡа йүнәлткем килә: күпме ширк ҡыла кеше, бер «Яңы йыл»ды үткәреп ебәрәйем тип кенә?! Ә беҙ бит уны йыл да «байрам итәбеҙ»… Ысынында Аллаһ кешегә бөтә нәмәне лә ғәфү итеүе мөмкин (урлауҙы ла, алдашыуҙы ла, үлтереүҙе лә, эскелекте лә, зинаны ла һ.б.), тик ширкты ғына бер ҡасан да ғәфү итмәй: «Аллаһы Тәғәлә Үҙенә тиңдәш тотоуҙы ғәфү итмәй, әммә унан бәләкәйерәк гонаһтарҙы теләгән кешеһенә ғәфү итә. Аллаһҡа тиңдәш тотҡан кеше – оло ялған уйлап сығарыусы ул» (Ҡөръән, «Ҡатындар» сүрәһе, 4:48). Уяу булайыҡ, халыҡ!
* * Был «Яңы йыл» тигәндәре танау осонда ғына. Һәм кемгәлер был мәҡәлә, иншәллаһ, тап 31 декабрь көнө, «байрам» алдынан ғына килеп эләгеүе бар, кемгәлер инде 20.. йылдың тәүге көндәрендә генә саҡ барып етер. Әммә ни булһа ла, хәҙер инде һеҙ беләһегеҙ: был «байрам» тураһында дөрөҫлөк бына ошолай. Ни эшләргәме? Сәхәбәләр бындай осраҡтарҙа тик бер генә яуап белгән: «Сәмиғнә үә әтәғнә» – «Ишеттек һәм буйһондоҡ!» Бер ниндәй бәхәсһеҙ, бер ниндәй һылтауһыҙ, бер ниндәй икеләнеүһеҙ. Өйөгөҙҙә һаман да шыршы ултырамы – сығарып ташлағыҙ, күп итеп тамаҡ һатып алғанһығыҙмы – ярай, яйлап-яйлап ашап бөтөрһөгөҙ, ә 31 декабрҙе лә, 1 ғинуарҙы ла ябай көндәр итеп үткәрегеҙ, бер-берегеҙгә «Яңы йыл менән» тип әйтмәгеҙ, сәғәт 12-не көтөп ултырмағыҙ. Һәм был эштәрҙең барыһын да тик Аллаһ ризалығы өсөн генә эшләр кәрәк. Сөнки тик Аллаһ ҡына беҙҙе хөкөм итәсәк, тик Аллаһ ҡына, кемде йәннәттә, кемде йәһәннәмдә йәшәтергә ҡарар итә. Шулай булғас, үҙегеҙ уйлағыҙ: кемдең ҡәнәғәтлелеге һеҙгә мөһимерәк булырға тейеш?
Искәндәр ҒАЙСИН.