НИМӘ УЛ ҠӨРЬӘН? • Ҡөрьән — ул Аллаһ Тәғәләнең һүҙҙәре, уны уҡыу — ғибәҙәт. Ҡөрьән Аллаһ тарафынан төшөрөлгән, һәм ул Уға кире ҡайтасаҡ. • Аллаһ Тәғәлә ул һүҙҙәрҙе (Ҡөрьән аяттарын) ысынбарлыҡта һүҙмә-һүҙ әйткән, ә Ябраил фәрештә Уны тыңлап, аҙаҡ шуны Мөхәммәт пәйғәмбәргә ﷺ һүҙмә-һүҙ еткергән (23 йыл дауамында). Ҡөрьәнгә тиклем күктән төшөрөлгән барлыҡ ҡалған Изге китаптар ҙа — Аллаһ һүҙҙәре. • Ҡөрьән аяттары быға тиклем 14 быуат дауамында һис кенә лә үҙгәртелмәгән һәм артабан да, Ҡиәмәт көнөнә тиклем, бер ваҡытта ла үҙгәртелмәйәсәк. • Был һуңғы Изге китаптың тексын да, йөкмәткеһен дә Аллаһ Үҙе һаҡлай: "Ысынлап, Беҙ Иҫкә төшөрөүҙе (Ҡөрьәнде) иңдерҙек һәм Беҙ уны һаҡлайбыҙ" (Ҡөрьән, 15:9). • Ҡөрьән Тәүраттың, Зәбурҙың, Инжилдең (Тора, Псалтырь, Евангелие) һәм башҡа Изге китаптарҙың хаҡиҡәт булыуын раҫлай һәм, шулай уҡ, Мөхәммәт пәйғәмбәргә ﷺ тиклемге рәсүлдәрҙең һәм пәйғәмбәрҙәрҙең ысынлығын дөрөҫләй. • Шул уҡ ваҡытта Ҡөрьән үҙенән алдағы барлыҡ ҡануниәттәрҙе, барлыҡ шәриғәттәрҙе үҙ көсөнән сығара һәм бөтә кешелек өсөн дөйөм һәм берҙән-бер Аллаһ Ҡанунын иғлан итә. • Ҡөрьән 114 сүрәнән тора, һәм һәр сүрә айырым аяттарҙан ғибәрәт. instagram.com/mosolman_com https://vk.com/wall32692983_3429

Теги других блогов: Ислам Коран Аллах