БХЕТЛЕ БУЛАМ ТИҺӘҢ ...ҮҘЕҢ ҮҘГӘР!
—----------------------------------------^
11...Ысынлап та, үҙе үҙгәртмәһә ,халыҡ хәлен Аллаһ үҙгәртмәй.Әгәр Аллаһ бер халыҡҡа яманлык теләһә, уны ҡайтарырға мөмкинлек юҡ һәм Аллаһтан башҡа уның яҡлаусыһы ла юҡ!
Ҡөрьән.Күк күкрәү сүрәһе
__________
Аллаһы тәғәлә(халыҡты) бер ваҡытта ла Үҙенең Мәрхәмәтенән һәм фани доньяның рәхәтенән мәхрүм итмәй,
әгәр ҙә
көфөрлөктө- хаҡ диндән,
буйһонмауҙы-Уның әмерҙәренән,
тәкәберлекте-уға шөкөр итеүҙән
өҫтөн ҡуймаһа.
Әгәр ҙә улар шулай эшләһәләр инде (Аллаһҡа ҡарышһалар)Ул уларҙы күп нәмәнән мәхрүм итә.Әгәр ҙә халыҡ Уға буйһоноп,Ул тыйғандарҙан тыйылһа Аллаһ Сүбхәнә үә тәғәлә уны бәхетһеҙлектән ҡотолдора, тыныслыҡ,шатлыҡ бирә һәм Үҙенең Бөйөк рәхмәте менән солғай.Әгәр Аллаһы тәғәлә кешеләргә яза бирергә теләһә,улар өҫтөнә бәлә -ҡаза ебәрә һәм Ул Теләген мотлаҡ тормошҡа ашыра.
Аллаһҡа ҡамасауларға бер кемдең дә хәленән килмәй,һәм бер кем дә ,үҙҙәрен Аллаһтың асыуына дусар иткән кешеләрҙе, ҡурсалап алып ҡала алмаясаҡ.Ундай кешеләрҙең теләген бер кем дә ҡәнәғәтләндерә лә алмаясаҡ һәм уларға ебәрелгән бәхетһеҙлектән ҡотолдора ла алмаясаҡ.
Бер нисек тә ҡотолоп булмай торған бәләләр килмәһен өсөн Аллаһтың ҡолдары Уны асыуландыра торған ғәмәлдәрҙән һаҡланһындар.
әс -Сәғәди тәфсиренән(рус теленән тәржемә)