Хәсән әл-Басри тигән ғалимға берәү килгән дә: “Һәр бер гонаһ өсөн кеше яза ала тиҙәр. Мин күп тапҡыр гонаһ эшләнем. Әммә Аллаһ мине ошоғаса берҙе лә язаға тарттырғаны юҡ,” – тигән. Хәсән әл-Басри уға: “Аллаһ Тәғәләнең һине күпме язаға тарттырғанын күҙ алдына ла килтерә алмайһың бит, улым. Һин быны һиҙмәй генә йөрөйһең,” – тип яуап биргән.